Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 5:26 - Изге Яҙма

26 – Ул кеше арбаһынан төшөп ҡаршыңа килгәндә рухым һинең менән түгел инеме ни? Аҡса йәки кейем, зәйтүн һәм йөҙөм ағастары, эре мал менән һарыҡ-кәзә, ҡолдар һәм ҡолиәләр ала торған ваҡытмы ни? – тине Ильясиғин. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 5:26
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һинең мөлкәтеңдән бер нәмә лә – бер һүрендең дә, аяғыңдағы ҡатаңдың ҡайышы ла кәрәкмәй. Һуңынан: «Ибрамды мин байыттым», тип әйтерлек булмаһын, – тип яуап ҡайтарҙы. –


– Мин хеҙмәт иткән тере Раббы шаһит: һинән бер нәмә лә алмайым, – тип яуапланы Ильясиғин. Нағаман нисек кенә инәлһә лә, пәйғәмбәр баш тартыуын дауам итте.


– Беребеҙ ҙә түгел, хакимым батша, – тип яуап ҡайтарҙы ярандарының береһе. – Исраилда йәшәгән Ильясиғин пәйғәмбәр хатта йоҡо бүлмәңдә һөйләгән хәбәреңде лә белеп, Исраил батшаһына еткерә ала.


Тәҡүә Раббыла ҡыуаныс табыр, Уға һыйыныр, Бөтә саф йөрәклеләр тантана итер.


Хаҡ һүҙҙең ғүмере – мәңгелек, ялғандың ғүмере – бер күҙ асып йомған ара.


Ялғансы тел Раббы өсөн ерәнгес, намыҫлы эш иткәндәрҙе Ул күркәм күрә.


Ә һин үҙең өсөн артыҡ күпте һорайһың. Һорама! Сөнки бөтә йән эйәләренә һәләкәт ебәрәсәкмен, – тип белдерә Раббы. – Әммә һин ҡайҙа ғына барһаң да, йәнеңде һаҡлап ҡалырмын, ғүмерең үҙеңә яумал булыр».


– Раббы йорто емерек килеш ятҡанда, һеҙҙең үҙегеҙгә күркәм йорттарҙа йәшәргә ваҡыт еткәнме?


Ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ, үлгәндәрҙе терелтегеҙ, махаулыларҙы таҙарындырығыҙ, ендәрҙе ҡыуып сығарығыҙ. Бушлай алдығыҙ – бушлай бирегеҙ.


Мин һис кемдең алтын-көмөшөнә лә, кейеменә лә ҡыҙыҡманым.


Раббы Ғайсаның: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк», – тигән һүҙҙәрен иҫтә тотоп, хәлһеҙҙәргә тырышып ярҙам итеү фарыз. Шулай эшләргә кәрәклекте һәр эшем менән күрһәттем, – тине Паулус.


Әммә Петрус: – Ни өсөн һеҙ Раббының Рухын һынап ҡарарға булдығыҙ? Ана ишектән иреңде ерләгән кешеләр инеп килә. Улар һине лә алып сығасаҡ, – тине.


Мин иһә, тәнем менән булмаған хәлдә лә, күңелем менән үҙемде һеҙҙең арала тойоп, ундай эш ҡылыусыны нисек хөкөм итергә хәл иттем:


Тәнем менән янығыҙҙа булмаһам да, йәнем менән янығыҙҙамын, һеҙҙәге тәртипте һәм Мәсихкә булған иманығыҙҙың ныҡлығын күреп ҡыуанам.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ