25 Шунан ул хакимы Ильясиғин янына китте. – Ҡайҙа барып килдең, Гехази? – тип һораны пәйғәмбәр. – Һинең ҡолоң бер ҡайҙа ла барманы, – тип яуапланы хеҙмәтсеһе.
Унан: – Сарая хеҙмәтсеһе Хәжәр, ҡайҙан киләһең дә ҡайҙа китеп бараһың? – тип һораны. – Хужабикәм Сараянан ҡасып китеп барам, – тип яуап ҡайтарҙы Хәжәр.
Раббы Ҡабилдан: – Һабил ҡустың ҡайҙа? – тип һораны. – Белмәйем, – тип яуапланы Ҡабил. – Әллә мин ҡустыма һаҡсымынмы?
Ишағыяһ пәйғәмбәр Хизкияһ батшаға килеп: – Был кешеләр һиңә нимә тип әйтте, ҡайҙан килгәйне? – тип һораны. – Алыҫ бер илдән, Бабилдан килделәр, – тип яуап бирҙе уға Хизкияһ.
– Имен-аман, – тип яуапланы хеҙмәтсе. – Тик хужамдың бер үтенесе бар. Әфраим таулығындағы пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән ике егет килгән. Шуларға бер талант көмөш менән икешәр алмаш кейем бирмәҫһеңме?
Ҡулына төтәҫләгес алған Ғуззияһ быға бик ныҡ асыулана. Әммә уның ҡаһиндарға асыуланыуы була, Раббы ҡорамында, ҡаһиндар алдында, хуш еҫ төтәтеү усағы янында торғанында, маңлайына махау ауырыуы сыға.
Зинасы ҡатындың да юлы шулай; ашар ҙа ауыҙын һөртөр: «Яман эш ҡылманым», – тиер.
Һәр ваҡыттағы һымаҡ халыҡ һинең яныңа килер, Минең халҡым булараҡ ҡаршыңа ултырыр, һүҙҙәреңде тыңлар, әммә әйтелгәндәрҙе үтәмәҫ. Телдәре менән ихласлыҡтарын күрһәтерҙәр, әммә күңелдәре хаҡһыҙ табыш артынан ынтылыр.
Ашап ултырғанда Ул: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: арағыҙҙан берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине.
Иблис Шимғон Искариот улы Йәһүҙәнең күңеленә Ғайсаға хыянат итеү фекерен һалғайны инде. Киске аш ваҡытында
Шаулдың атаһының туғаны унан һәм хеҙмәтсеһенән: – Ҡайҙарҙа йөрөнөгөҙ? – тип һораны. – Ишәктәрҙе эҙләнек, – тине Шаул. – Тапмағас, Шемуилға барҙыҡ.