24 Үҙе йәшәгән ҡалҡыулыҡҡа еткәс, Гехази хеҙмәтселәрҙең ҡулынан тоҡтарҙы алды ла өйөнә алып барып йәшерҙе. Нағамандың хеҙмәтселәрен кире ебәрҙе.
Ахав, изреғилле Навоҫтың үлгәнен ишеткәс, уның баҡсаһын алырға китте.
Ниәттәрен Раббыға күрһәтмәҫ өсөн Тәрәнгә йәшеренгәндәрҙең башына ҡайғы! Ҡараңғылыҡта эш иткән был бәндәләр: «Беҙҙе кем күрер ҙә кем белер?» – тип әйтер.
Ләкин әсиргә алынғандар бөтәһе бергә: «Кеше иҫәбенә байыусыға, Аманатты үҙләштереүсегә – ҡайғы, Ғүмер буйы дауам итмәҫ был», – тип Унан көлөр, мыҫҡыл итер.
Ләкин исраилдар Раббыға бағышлап харам ҡылынған әйберҙәр тураһындағы бойороҡто боҙҙо. Йәһүҙә ырыуынан Зерахтың улы Завдиҙан тыуған Кармиҙың улы Ғахан юҡ ителергә тейешле әйберҙәрҙең бер нисәһен үҙенә алды. Шуның өсөн Раббының исраилдарға ҡарата асыуы ялҡынланды.
яумал араһында Шинғарҙан килтерелгән зиннәтле ябынса, ике йөҙ шекеллек көмөш һәм илле шекеллек алтын киҫәге күреп ҡалдым да уларға күҙем ҡыҙҙы. Мин уларҙы үҙемә алдым. Улар бөтәһе лә сатырымда ергә күмелгән; көмөш иң аҫта ята.