23 – Зинһар, ике талант ал, – тине Нағаман. Уны күндереп, ике тоҡҡа берәр талант көмөш һалып бәйләне, икешәр ҡат кейем бирҙе. Шуларҙы тоттороп, ике хеҙмәтсеһен Гехазиҙы оҙатырға ебәрҙе.
Бүләгемде ҡабул ит. Алла һәммәһен дә йомарт бирҙе миңә, бөтә нәмәм дә бар. Яҡуп бик ҡыҫтағанға күрә, Ғаяз бүләктәрҙе алырға риза булды.
Исраил батшаһы үҙ иленең бөтә аҡһаҡалдарын саҡырып кәңәш һораны. – Ҡарағыҙ, был әҙәм ниндәй яманлыҡ уйлап тапты, – тине. – Ҡатындарым менән балаларымды, алтын-көмөшөмдө һорап ебәргәс, мин уға ҡаршы килмәгәйнем.
Һандыҡта аҡса күп йыйылған һайын, батшаның кәтибе менән баш ҡаһин Раббы ҡорамына килтерелгән аҡсаларҙы иҫәпләп, тоҡҡа тултырҙы.
Әммә улар үтә ныҡ өгөтләгәс, Ильясиғин ризалыҡ бирергә мәжбүр булды. – Ярар, барһындар, – тине. Илле кешене ебәрҙеләр. Улар өс көн буйы Ильясты эҙләне, әммә таба алманы.
– Мин хеҙмәт иткән тере Раббы шаһит: һинән бер нәмә лә алмайым, – тип яуапланы Ильясиғин. Нағаман нисек кенә инәлһә лә, пәйғәмбәр баш тартыуын дауам итте.
Батша уға: – Бар, әлбиттә, мин Исраил батшаһына хат яҙып бирермен, – тип яуапланы. Нағаман ун талант көмөш, алты мең шекел алтын, ун алмаш кейем алды ла юлға сыҡты.
Араларынан берәүһе: – Һин дә беҙ ҡолдарың менән бергә барһаң ине, – тип үтенде. – Ярар, барырмын, – тине Ильясиғин һәм улар менән
Негев хайуандары тураһында әүлиәлек. «Инә һәм ата арыҫландар, Ҡара йыландар һәм ҡанатлы йыландар төйәк иткән Ҡырағай һәм ҡурҡыныс ерҙәрҙән уҙырҙар. Байлыҡтарын – ишәктәрҙең арҡаһына, Хазиналарын дөйәләрҙең үркәсенә йөкләп, Үҙҙәренә ярҙам итә алмаҫ халыҡҡа алып барырҙар.
Улар, Ғайсаға тоҙаҡ ҡороп, Уның һүҙҙәренән ғәйеп табырға тырышты.