Батша уға: – Бар, әлбиттә, мин Исраил батшаһына хат яҙып бирермен, – тип яуапланы. Нағаман ун талант көмөш, алты мең шекел алтын, ун алмаш кейем алды ла юлға сыҡты.
Әммә ҡурҡаҡтарҙың да, имандан баш тартҡандарҙың да, әшәкеләрҙең дә, кеше үлтереүселәрҙең дә, фәхешлек ҡылыусыларҙың да, сихырсыларҙың да, ялған илаһтарға табыныусыларҙың да, бөтә ялғансыларҙың да өлөшө ут һәм көкөрт ялҡынланып торған күлдә булыр. Был – икенсе үлем.