Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 5:20 - Изге Яҙма

20 Алла бәндәһе Ильясиғиндың хеҙмәтсеһе Гехази: «Хужам был арами Нағамандың бүләктәрен алмайынса, бигерәк еңел ебәрҙе. Тере Раббы шаһит: артынан барып, берәй нәмә һорап ҡалайым әле», – тип уйланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 5:20
33 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғилғәдтәге Тишбе ҡалаһынан Ильяс пәйғәмбәр Ахав батшаға: – Мин хозурында баҫып торған Исраил Аллаһы тере Раббы шаһит: был йылдарҙа ергә, мин әйтмәйенсә, бер тамсы ысыҡ, бер тамсы ямғыр төшмәҫ! – тип белдерҙе.


Алла бәндәһе Ильясиғин: – Биш-алты тапҡыр һуғырға кәрәк ине. Ул саҡта арамиҙарҙы тотош еңгән булыр инең. Хәҙер уларҙы өс тапҡыр ғына еңәсәкһең, – тип асыуланды.


Хеҙмәтсеһе Гехазиға: – Шунем ҡатынын саҡыр әле, – тине. Тегеһе ҡатынды саҡырҙы. Ҡатын ингәс,


Кармәл тауына барып, Алла бәндәһе янына күтәрелде. Пәйғәмбәр ҡатынды алыҫтан уҡ абайлағайны. Хеҙмәтсеһе Гехазиға: – Ҡара әле, Шунемдан теге ҡатын килә ята, – тип өндәште. –


Гехази алданыраҡ барып етте. Ул Ильясиғиндың таяғын малайҙың битенә һалды. Әммә бала ҡымшанманы, тауыш та бирмәне. Гехази пәйғәмбәргә ҡаршы сыҡты. – Бала уянмай, – тип хәбәр итте.


Ильясиғин Гехазиға баланың әсәһен саҡырырға ҡушты. Гехази саҡырҙы. Ҡатын ингәс, пәйғәмбәр уға: – Улыңды ал, – тине.


– Мин хеҙмәт иткән тере Раббы шаһит: һинән бер нәмә лә алмайым, – тип яуапланы Ильясиғин. Нағаман нисек кенә инәлһә лә, пәйғәмбәр баш тартыуын дауам итте.


Нағамандың артынан йүгерҙе. Нағаман, кемдеңдер баҫтырып килгәнен абайлап, арбаһынан төштө. – Барыһы ла именме? – тип Гехазиға ҡаршы атланы.


– Әгәр бөгөн Шафат улы Ильясиғиндың башы урынында ҡалһа, миңә Алланың ҡаты ҡәһәре төшһөн, – тине батша.


Тап шул ваҡытта батша Алла бәндәһенең хеҙмәтсеһе Гехазиҙан Ильясиғин ҡылған бөйөк ғәмәлдәр тураһында һорашып ултыра ине.


Ильясиғин Дамаскка килде. Был осорҙа Арам батшаһы Бен-Һадад ауырып ята ине. Батшаға Алла бәндәһенең ҡалала икәнен хәбәр иттеләр.


Нигеҙҙәр емерелгәндә Иманлылар нимә эшләй ала?» – тип әйтәһегеҙ.


Яҡыныңдың өйөн көҫәмә, уның ҡатынын да, ҡолон да, ҡолиәһен дә, үгеҙен дә, ишәген дә – бер нәмәһен дә көҫәмә.


Аллаң Раббының исемен тиктомалға телгә алма. Үҙенең исемен тиктомалға телгә алыусыларҙы Раббы язаһыҙ ҡалдырмаҫ.


Ялҡау үҙен сәсән телле ете кешенән дә зирәгерәк һанар.


Тыңлағыҙ, эй Яҡуп йорто, Исраил исеме менән аталғандар, Йәһүҙәнең орлоғонан таралғандар! Раббы исеме менән ант итәһегеҙ, Исраил Аллаһын саҡыраһығыҙ, Әммә тоғролоҡ һәм тәҡүәлектән алыҫһығыҙ.


Һинең иһә күҙең дә, йөрәгең дә тик файҙаны самалай, Ғәйепһеҙҙең ҡанын түгәһең, Иҙеү, талау тураһында уйлайһың».


Йортона хәрәм юл менән байлыҡ йыйыусыға, Һәләкәттән ҡасмаҡ булып Ояһын бейек-бейектә ҡороусыға ҡайғы!


Көрәшсе Шимғон һәм Ғайсаға аҙаҡ хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот.


Уны ҡиммәт хаҡҡа һатып, аҡсаһын фәҡирҙәргә өләшергә булыр ине бит!


Шунан барыһына ла былай тине: – Ҡомһоҙлоҡтан һаҡланығыҙ, кеше нисек кенә бай булмаһын, ғүмере байлыҡҡа бәйле түгел.


Хужа намыҫһыҙ идарасыны отҡорлоғо өсөн маҡтаған. Сөнки был донъя кешеләре үҙ-ара эш иткәндә яҡтылыҡ кешеләренә ҡарағанда отҡорораҡ.


Иблис Шимғон Искариот улы Йәһүҙәнең күңеленә Ғайсаға хыянат итеү фекерен һалғайны инде. Киске аш ваҡытында


– Мин Үҙем һеҙҙе – ун икегеҙҙе һайлап алдым түгелме? – тине Ғайса. – Әммә арағыҙҙағы берәү – Иблис.


ҡатыны менән һөйләшеп, һатыуҙан килгән аҡсаның бер өлөшөн йәшереп ҡуйҙы, ҡалғанын илселәргә килтереп бирҙе.


сөнки Демас, был донъяны өҫтөн күреп, мине ташлап, Тессалоникеға юлланды, Крескес – Галатияға, Титус Далматиәгә китте,


Етәксе, Алла эштәре менән идара итеүсе булараҡ, намыҫлы тормош алып барһын. Ул тәкәббер ҙә, ҡыҙыу ҙа, эскесе лә, һуғыш суҡмары ла, һаран да түгел,


үҙегеҙҙәге ышанып тапшырылған Алла көтөүен мәжбүриҙән түгел, ә үҙ теләгегеҙ менән, Алла ихтыяры буйынса, хурлыҡлы табыш артынан ҡыумайынса, ә күңел ҡушҡанса тырышлыҡ, хәстәрлек менән көтөгөҙ.


Исраилды ҡотҡарған тере Раббы шаһит: ғәйеп улым Йонаҫанда булған хәлдә лә, ул да үлтереләсәк, – тине. Әммә халыҡ араһынан уға яуап биреүсе булманы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ