ІV Батшалар 5:17 - Изге Яҙма17 Ахырҙа Нағаман: – Бүләгемдән баш тартаһың икән, исмаһам, мин ҡолоңа ике ҡасырҙың көсө етерҙәй тупраҡ алып ҡайтырға рөхсәт бир, – тип үтенде. – Сөнки мин ҡолоң инде Раббынан башҡа илаһтарға тотош яндырыу ҡорбандары ла, бүтән ҡорбандар ҙа килтермәйәсәк. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Һеҙҙең арала булыуыбыҙҙың һөҙөмтәһе тураһында кешеләр үҙҙәре үк һөйләй. Шулай уҡ тере һәм хаҡ Аллаға хеҙмәт итеү һәм күктәрҙән Уның Улын көтөп алыу өсөн, үҙҙәре табынған ялған илаһтарҙан баш тартып, Аллаға йөҙ бороуығыҙ тураһында ла хәбәр итәләр. Алла Үҙ Улы Ғайсаны үленән терелтеп алды. Ғайса беҙҙе Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡотҡарасаҡ.