16 – Мин хеҙмәт иткән тере Раббы шаһит: һинән бер нәмә лә алмайым, – тип яуапланы Ильясиғин. Нағаман нисек кенә инәлһә лә, пәйғәмбәр баш тартыуын дауам итте.
– Хатта ярты батшалығыңды бирәм тиһәң дә бармайым, был ерҙә икмәк тә ашамайым, һыу ҙа эсмәйем, – тип яуапланы Алла бәндәһе. –
Ғилғәдтәге Тишбе ҡалаһынан Ильяс пәйғәмбәр Ахав батшаға: – Мин хозурында баҫып торған Исраил Аллаһы тере Раббы шаһит: был йылдарҙа ергә, мин әйтмәйенсә, бер тамсы ысыҡ, бер тамсы ямғыр төшмәҫ! – тип белдерҙе.
– Үҙем хеҙмәт иткән Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шаһит: бөгөн мин Ахавҡа барып күренәсәкмен, – тип яуапланы Ильяс.
– Мин хеҙмәт иткән Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шаһит: әгәр Йәһүҙә батшаһы Йеһошафатты ихтирам итмәһәм, һиңә күтәрелеп тә ҡарамаҫ инем, – тине Ильясиғин. –
Алла бәндәһе Ильясиғиндың хеҙмәтсеһе Гехази: «Хужам был арами Нағамандың бүләктәрен алмайынса, бигерәк еңел ебәрҙе. Тере Раббы шаһит: артынан барып, берәй нәмә һорап ҡалайым әле», – тип уйланы.
– Ул кеше арбаһынан төшөп ҡаршыңа килгәндә рухым һинең менән түгел инеме ни? Аҡса йәки кейем, зәйтүн һәм йөҙөм ағастары, эре мал менән һарыҡ-кәзә, ҡолдар һәм ҡолиәләр ала торған ваҡытмы ни? – тине Ильясиғин. –
Даниил батшаға: – Бүләктәреңде үҙеңдә ҡалдыр, хөрмәтеңде башҡаларға күрһәт. Ә бында яҙылғандарҙы батшама мин былай ҙа уҡып бирермен, уның нимә аңлатҡанын әйтермен, – тине.
Ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ, үлгәндәрҙе терелтегеҙ, махаулыларҙы таҙарындырығыҙ, ендәрҙе ҡыуып сығарығыҙ. Бушлай алдығыҙ – бушлай бирегеҙ.
Һеҙ: «Миңә бөтә нәмә рөхсәт ителә», – тиһегеҙ. Әммә миңә бөтә нәмә лә файҙалы түгел. «Миңә бөтә нәмә лә рөхсәт ителә», әммә өҫтөмдән бер нәмә лә хакимлыҡ итергә тейеш түгел.
Бына өсөнсө тапҡыр һеҙгә барырға әҙермен, был юлы ла һеҙгә йөк булмам. Миңә һеҙҙеке булған нәмәләр түгел, ә һеҙ үҙегеҙ кәрәк. Балалар атай-әсәйҙәренә түгел, ә атай-әсәйҙәр балаларына байлыҡ тупларға тейеш бит.