Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 4:39 - Изге Яҙма

39 Пәйғәмбәрҙәрҙән берәү ҡырға йәшелсә йыйырға сыҡҡайны, шунда сырмалып үҫкән бер үҫемлек тапты. Уның емештәрен итәк тултырып алып ҡайтты ла, турап, ҡаҙанға һалды, әммә бының нимә икәнен бер кем дә белмәне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 4:39
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бер ваҡыт Яҡуп ашарға бешереп торғанда, Ғаяз арып һунарҙан ҡайтып инде.


Таштар күренеп тормаһын өсөн, ҡорамдың эсе ашҡабаҡ һәм сәскә һүрәттәре менән ырып биҙәлгән кедр таҡталар менән ҡапланды.


Ильясиғин Гилгалға әйләнеп ҡайтты. Бында аслыҡ ине. Эргәһенә бер төркөм пәйғәмбәрҙәр йыйылғас, хеҙмәтсеһенә ҙур ҡаҙанды усаҡҡа ҡуйып уларға ашарға бешерергә ҡушты.


Бына ашты ҡойоп бирҙеләр. Әммә уны ауыҙҙарына ҡабыу менән: – Эй Алла бәндәһе, ҡаҙанда – үлем! – тип ҡысҡырыша башланылар. Ашты бер кем дә ашай алманы.


Белемһеҙ тырышлыҡ яҡшы түгел, ашыҡҡан аяҡ абыныр.


Баҡсам өсөн тағы нимә эшләмәнем? Татлы йөҙөм көттөм, ә ул ниңә әсе емеш бирҙе?


Мин һине иң тос орлоҡтан Һайланма йөҙөм ағасы итеп үҫтергәйнем. Нисек һин әсе емешле, ҡырағай бер йөҙөм булдың?


– Күктәге Атам ултыртмаған һәр үҫенте тамыры менән йолҡоп алынасаҡ, – тине Ул.


Берегеҙ ҙә Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалмаһын өсөн тырышлығығыҙҙы һалығыҙ. Берәй әсе тамырлы үлән үҫеп сығып, зыян килтереүенән һәм күптәрҙе зарарлауынан һаҡ булығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ