32 Ҡатындың өйөнә килеп еткәс, Ильясиғин түшәгендә үлеп ятҡан баланы күрҙе.
Бер көндө хужабикәнең улы ауырып китте, хәле насарайғандан насарая барып, тын алыуҙан да туҡтаны.
Әсә уны өҫкө бүлмәгә алып менде, Алла бәндәһенең түшәгенә һалды ла, ишекте ябып, тышҡа сыҡты.
Гехази алданыраҡ барып етте. Ул Ильясиғиндың таяғын малайҙың битенә һалды. Әммә бала ҡымшанманы, тауыш та бирмәне. Гехази пәйғәмбәргә ҡаршы сыҡты. – Бала уянмай, – тип хәбәр итте.
Эскә инеп, артынан ишекте япты ла Раббыға ялбарҙы.
Бейт-Әниәгә килеп еткәс, Ғайса Әлғазарҙың дүрт көн инде ҡәберҙә ятҡанын белде.