Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 4:29 - Изге Яҙма

29 – Гехази, йәһәт кенә әҙерлән дә юлға сыҡ, – тине Ильясиғин. – Таяғымды ал. Ҡара уны, бер ерҙә лә туҡтама. Үҙең һаулыҡ ҡушма, хатта сәләм биргәндәргә лә яуап ҡайтарма. Барып еткәс, таяғымды баланың битенә ҡуй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 4:29
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббының ҡөҙрәте иңгән Ильяс, кейеменең сабыуҙарын билбауына ҡыҫтырҙы ла, Изреғилгә еткәнсе Ахав алдынан йүгереп барҙы.


– Ҡайҙа Ильястың Аллаһы Раббы? – тине ул ябынса менән йылғаға һуғып. Ябынсаның һыуға тейеүе булды, йылға икегә айырылды ла Ильясиғин арғы яҡҡа сыҡты.


Ильяс ябынсаһын алып төрҙө лә һыуға һуҡты. Йылға ике яҡҡа айырылды ла был икәү ҡоронан ҡаршы ярға сыҡты.


Хеҙмәтсеһе Гехазиға: – Шунем ҡатынын саҡыр әле, – тине. Тегеһе ҡатынды саҡырҙы. Ҡатын ингәс,


Ильясиғин пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән берәүһен саҡырып алды ла уға: – Юлға әҙерлән, бынау зәйтүн майлы һауытты алып, Ғилғәд Рамоҫына бар, – тине. –


Үҙең таяғыңды күтәр ҙә ҡулыңды диңгеҙ өҫтөнә һуҙ – диңгеҙ икегә ярылыр, Исраил халҡы уның төбөнән, ҡоро ерҙән барған шикелле, атлап сығыр.


Был таяғыңды ал: уның менән мөғжизәләр ҡылырһың.


Билен ҡеүәт менән быуып, ҡулының көсөн арттырыр.


Үҙегеҙ менән бер нәмә лә: аҡса янсығы ла, артмаҡ та, аяҡ кейеме лә алмағыҙ, юлда туҡтап берәүҙе лә сәләмләмәгеҙ.


Паулус ҡағылған ҡулъяулыҡтарҙы, билбауҙарҙы алып ҡайтып, ауырыуҙарҙың өҫтөнә һалғандан һуң, улар һауыҡты, эстәренән яуыз рухтар сыҡты.


Ғайса һеҙ күреп белгән был кешегә ҡеүәт бирҙе, сөнки ул Ғайса исеменең ҡөҙрәтенә ышанды. Ғайса арҡылы килгән иман күҙ алдығыҙҙа уны тулыһынса һауыҡтырҙы.


Шулай итеп, билдәрегеҙҙе хәҡиҡәт билбауы менән быуып, тәҡүәлек һарайтаһын кейеп, сафҡа тороғоҙ.


Шуға күрә аҡылығыҙ айыҡ булһын һәм эшкә әҙер тороғоҙ. Ғайса Мәсих килгәндә һеҙгә биреләсәк Алла мәрхәмәтенә тулыһынса өмөт бағлағыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ