Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 4:27 - Изге Яҙма

27 Әммә тауға сығып еткәс, Алла бәндәһенең аяғына йығылды. Гехази уны торғоҙорға ынтылғайны, Ильясиғин тыйҙы. – Теймә, ҡайғыһы ҙур икәнен күрмәйһеңме ни? – тине. – Ниңә икәнен Раббы минән йәшерҙе, әшкәртмәне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 4:27
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы былай тине: – Ибраһимдан ниәтемде йәшерә буламмы ни!


– Бар, әйҙә, ниәт иткәнеңде эшлә, Раббы һинең менән, – тине Наҫан батшаға.


Кармәл тауына барып, Алла бәндәһе янына күтәрелде. Пәйғәмбәр ҡатынды алыҫтан уҡ абайлағайны. Хеҙмәтсеһе Гехазиға: – Ҡара әле, Шунемдан теге ҡатын килә ята, – тип өндәште. –


Бар, йүгер, ҡаршы ал. «Ни хәлдәһегеҙ, ирең менән улың иҫән-һаумы?» – тип һора. – Барыһы ла яҡшы, – тип яуапланы ҡатын Гехазиға.


– Беребеҙ ҙә түгел, хакимым батша, – тип яуап ҡайтарҙы ярандарының береһе. – Исраилда йәшәгән Ильясиғин пәйғәмбәр хатта йоҡо бүлмәңдә һөйләгән хәбәреңде лә белеп, Исраил батшаһына еткерә ала.


Йәшәүемдән биҙҙем, Инде зарымды эстә тотмайым, Йән әрнеүҙәремде түгәм.


Йөрәк үҙ һағышын үҙе белә, шатлығын да яттар менән уртаҡлашмай.


Кешенең рухы ауырыуға сыҙай ала, тик рух һынһа, нимә эшләргә һуң?


Раббы Хаким ҡолдары пәйғәмбәрҙәргә Ниәтен асмайынса, һис ғәмәл ҡылмай.


Әммә Ғайса бер ауыҙ һүҙ әйтмәне. Шәкерттәре килеп: – Әйт әле, китһен. Юғиһә ул ҡысҡырып беҙҙең арттан килә, – тип инәлде.


Халыҡ, уларҙы әрләп, тыйырға тырышты, әммә улар тағы ла көслөрәк итеп: – Әфәндем, Дауыт Улы, беҙҙе йәллә инде! – тип ҡабатланы.


Ҡапыл улар алдына Ғайса Үҙе килеп сыҡты: – Именлек һеҙгә! – тине. Улар Ғайсаға яҡын килде, Уның алдында тубыҡланып, аяҡтарын ҡосаҡлап алдылар.


Ҡағылып, Үҙ фатихаһын бирһен өсөн, Ғайса янына балаларын алып килделәр, шәкерттәре иһә, уларҙы шелтәләп, үткәрмәне.


– Теймәгеҙ уға, – тине Ғайса. – Ниңә уның хәтерен ҡалдыраһығыҙ? Минең өсөн яҡшылыҡ ҡылды бит ул.


Ул илай-илай Ғайсаның артында баҫып торҙо, күҙ йәштәре Уның аяҡтарына тамды. Ҡатын Ғайсаның аяҡтарына тамған күҙ йәштәрен сәстәре менән һөртөп, аяҡтарын үбә-үбә майланы.


Мин инде һеҙҙе хеҙмәтселәрем тип атамайым, сөнки хеҙмәтсе хужаһының ни эшләгәнен белмәй. Мин һеҙҙе дуҫтарым тип атаным, сөнки Атамдан ишеткәндәремдең барыһын да һеҙгә еткерҙем.


Шул ваҡыт шәкерттәре әйләнеп ҡайтты. Уның ҡатын менән һөйләшеп тороуын күреп, ғәжәпкә ҡалдылар, ләкин береһе лә: «Һиңә унан нимә кәрәк?» – тип йәки: «Ниңә был ҡатын менән һөйләшәһең?» – тип һораманы.


Күңелен хәсрәт баҫҡан ҡатын әрнеп илай-илай Раббыға ялбарҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ