26 Бар, йүгер, ҡаршы ал. «Ни хәлдәһегеҙ, ирең менән улың иҫән-һаумы?» – тип һора. – Барыһы ла яҡшы, – тип яуапланы ҡатын Гехазиға.
– Нисек йәшәп ята әле ул? – тип һораны Яҡуп. – Иҫән-һау, – тинеләр уға. – Ана, уның ҡыҙы Рәхилә лә һарыҡтары менән килә.
– Бар ҙа ҡара, иҫән-амандармы, малдар ни хәлдә? Шунан миңә хәбәр алып ҡайт, – тине атаһы. Ул Йософто Хеврон үҙәненән юлға оҙатты. Йософ Шәхәмгә килде.
Ә ул, сәләм биргәндән һуң: – Оло йәштәге атайыбыҙ бар тигәйнегеҙ, уның хәле нисек? Иҫән-аманмы? – һораны.
– Теге егет – Авшалом иҫән-һаумы? – тип һораны батша. – Йоав батшаның бер ҡолон һәм мин ҡолоңдо бында ебәргәндә бик ныҡ ығы-зығы ине, артабан ни булғанын белмәйем, – тине Ахимағас.
– Нишләп уға бөгөн бараһың? – тине ире. – Яңы ай байрамы ла, шәмбе лә түгел. – Зарар юҡ, – тип яуапланы ҡатын.
Кармәл тауына барып, Алла бәндәһе янына күтәрелде. Пәйғәмбәр ҡатынды алыҫтан уҡ абайлағайны. Хеҙмәтсеһе Гехазиға: – Ҡара әле, Шунемдан теге ҡатын килә ята, – тип өндәште. –
Әммә тауға сығып еткәс, Алла бәндәһенең аяғына йығылды. Гехази уны торғоҙорға ынтылғайны, Ильясиғин тыйҙы. – Теймә, ҡайғыһы ҙур икәнен күрмәйһеңме ни? – тине. – Ниңә икәнен Раббы минән йәшерҙе, әшкәртмәне.
– Имен-аман, – тип яуапланы хеҙмәтсе. – Тик хужамдың бер үтенесе бар. Әфраим таулығындағы пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән ике егет килгән. Шуларға бер талант көмөш менән икешәр алмаш кейем бирмәҫһеңме?
Эй Аллам, Һинең ихтыярыңды үтәүҙән мин зауыҡланам, Ҡануның минең күңел түремдә».
Муса Һарунға: – Раббының: «Миңә яҡындар аша мөҡәддәслегемде күрһәтермен, Бөтөн халыҡ алдында дан ҡаҙанырмын», – тип әйткәне ошолор, – тине. Һарун өндәшмәне.
– Йүгер, ул егеткә әйт: «Эсендә иҫәпһеҙ-һанһыҙ халыҡ һәм мал-тыуар йәшәгәнлектән, Йәрүсәлим диуарһыҙ ҡала булыр.
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Паулус Барнабасҡа, үҙҙәре Раббы һүҙен вәғәзләп йөрөгән барса ҡалаларҙағы имандаштар янына барып, уларҙың хәлен белергә тәҡдим итте.
Ә был ун йомарлам сырҙы мең башына бирерһең. Ағайҙарыңдың хәл-әхүәлен бел, иҫән-аман йөрөгәндәрен белдергән берәй нәмә алып ҡайт.
Шемуил уға бөтәһен дә һөйләп бирҙе, бер нәмә лә йәшермәне. – Ул – Раббы, – тине Ғәли. – Үҙе нисек ҡулай күрә, шулай эшләһен.