17 Әммә ҡатын ауырға ҡалды һәм икенсе йылды Ильясиғин әйткән ваҡытта улы тыуҙы.
Раббы, әйткән һүҙе буйынса, Сараға яҡшылыҡ ҡылды, уға биргән вәғәҙәһен ғәмәлгә ашырҙы.
– Бер йылдан һуң ошо ваҡытта ҡосағыңда улың булыр, – тине Ильясиғин. – Юҡ, хакимым, – тип ҡаршы төштө ҡатын. – Һин бит Алла бәндәһе, мин ҡолоңдо, зинһар, алдама.
Бала ҙурайҙы. Бер көндө ул атаһы менән баҫыуға ураҡсылар янына китте.
Беҙҙе түгел, Раббы, беҙҙе түгел, Мөхәббәтең менән тоғролоғоң хаҡына Һин Үҙеңдең исемеңде данла!
Бына Әлисабет туғаның да, ауырға ҡала алмай тип әйтһәләр ҙә, ҡарт көнөндә ир балаға ауырға уҙҙы, хәҙер алтынсы айға китте.
Ауырға ҡала алмаған Сара ла иманы аша бала табырлыҡ көскә эйә була һәм, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бала таба, сөнки Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәнең тоғролоғона ышана.