8 Шунан: – Ҡайһы юлдан барайыҡ? – тип һораны. – Эдом сүле юлынан, – тип яуап ҡайтарҙы Йорам.
Ул Йәһүҙә батшаһы Йеһошафатҡа: – Моав батшаһы миңә ҡаршы фетнә күтәрҙе. Минең менән бергә уға ҡаршы яуға бараһыңмы? – тип хәбәр ебәрҙе. – Барам, – тип яуапланы Йеһошафат. – Һин нисек, мин дә шулай. Минең ғәскәрем – һинең ғәскәрең, минең аттарым – һинең аттарың.
Исраил, Йәһүҙә һәм Эдом батшалары бергәләшеп юлға сыҡты. Урауҙан ете көн буйы барғас, уларҙың эсер һыуы бөттө. Ғәскәрҙәр ҙә, малдар ҙа сарсаны.
Һор тауынан улар, Эдомды урап үтергә тип, Ҡамышлы диңгеҙ буйлап китте. Юлда халыҡ түҙемлеген юғалта башланы.