Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 3:25 - Изге Яҙма

25 Ҡалаларын емерҙеләр, үткән береһе таш ырғытып, иң уңдырышлы баҫыуҙарын ҡыйланылар, һыу сығанаҡтарын күмделәр, яҡшы ағастарын ҡырҡып ташланылар. Ахыр сиктә бары тик Ҡир-Харәсәҫ ҡалаһының таш диуарҙары ғына тороп ҡалды. Һапҡы менән ҡоралланған яугирҙәр уны ла уратып алып һөжүм итте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 3:25
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Атаһы Ибраһим иҫән саҡта уҡ уның хеҙмәтселәре ҡаҙған бөтә ҡоҙоҡтарҙы пелештиҙәр тупраҡ менән күмеп бөттө.


Исхаҡ атаһы Ибраһим дәүерендә ҡаҙылған һәм ул вафат булғандан һуң пелештиҙәр күмеп бөткән ҡоҙоҡтарҙы яңынан ҡаҙҙы. Был ҡоҙоҡтарға ул ҡасандыр атаһы ҡушҡан исемдәрҙе бирҙе.


Ул шулай уҡ Моав халҡын да тар-мар итте. Уларҙы ергә ятҡырып, бау менән үлсәне – өстән ике өлөшөн үлтерҙе, өсөнсө өлөшөн тере ҡалдырҙы. Шулай итеп, моавтар Дауытҡа буйһондо һәм уға яһаҡ түләй башланы.


Уларҙың бөтә нығытмалы ҡалаларын һәм һайланма ҡалаларын яулап алырһығыҙ, бөтә яҡшы ағастарын ҡырҡып ташларһығыҙ, һыу сығанаҡтарын күмерһегеҙ, бөтә иң уңдырышлы баҫыуҙарын таш менән ҡыйларһығыҙ.


Әммә, тупламға яҡынлашыуҙары булды, исраилдар уларға ташланды. Моавтар ҡаса башланы, тегеләр иһә уларҙы арттарынан баҫтырып ҡырҙы.


Еңелә башлағанын һиҙеп, Моав батшаһы ҡылыслы ете йөҙ яугире менән Эдом батшаһының ғәскәрҙәре тәңгәленән йырып сыҡмаҡ булды, әммә уңышһыҙлыҡҡа осраны.


Бик күп халыҡ йыйыла, бөтә инештәрҙе, ил буйлап аҡҡан йылғаны быуып ҡуялар, бында килгәс, Ашшур батшалары һыу тапмаһын, тиҙәр.


Моав тураһында әүлиәлек. Моавтың Ғар ҡалаһы бер төндә тар-мар ителде, юҡ булды; Моавтың Ҡир ҡалаһы бер төндә тар-мар ителде, юҡ булды.


Шуға ла йөрәгем Моав өсөн арфа һымаҡ иңрәй, Ҡир-Харәсәҫ өсөн йәнем әрней.


Бына шуның өсөн Моав үҙен йәлләп, үкереп илай, Барыһы йәш түгә. Ҡир-Харәсәҫтең йөҙөм ҡағын һағынып Моңайыр һәм хәсрәтләнер.


Шуға күрә Моав өсөн һыҡрармын, Бөтөн Моав өсөн иңрәрмен; Ҡир-Харәсәҫ халҡы өсөн илармын.


Шуға күрә Моав өсөн йөрәгем һыбыҙғы кеүек һыҡрай, Һыбыҙғылай иңрәй күңелем Ҡир-Харәсәҫ халҡы өсөн, Сөнки эшләп тапҡан байлыҡтары һәләк булды.


Раббы миңә: «Моав менән низағҡа кермә, уның менән һуғыш башлама, – тине. – Мин улар еренән һеҙгә биләмә бирмәйем, сөнки Ғар ҡалаһын Лут нәҫеленә милек итеп бирҙем».


Авимәләх Шәхәм халҡы менән көнө буйы һуғышты. Ул ҡаланы яулап алды һәм унда йәшәүселәрҙе ҡырып бөтөрҙө. Ҡаланы иһә емерҙе һәм уның тупрағына тоҙ һипте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ