23 – Был бит ҡан! – тип ҡысҡырыштылар. – Ахыры, был батшалар үҙ-ара һуғышып, бер-береһен ҡырып бөткәндер. Әйҙәгеҙ, моавтар, яумал артынан барайыҡ!
Иртә таңдан торҙолар. Ҡыҙарып ҡояш ҡалҡты һәм уның һыу өҫтөндәге сағылышы моавтарға алыҫтан ҡып-ҡыҙыл ҡан булып күренде.
Әммә, тупламға яҡынлашыуҙары булды, исраилдар уларға ташланды. Моавтар ҡаса башланы, тегеләр иһә уларҙы арттарынан баҫтырып ҡырҙы.
Сөнки Раббы Хаким арами тупламына яу арбаларының гөрһөлдәүе, ат тояҡтарының туҡылдауы – ҙур бер ғәскәр сығарған тауышты ишеттергәйне. Арамиҙар бер-береһенә: «Ҡарағыҙ әле, Исраил батшаһы беҙгә ҡаршы хитти һәм Мысыр батшаларын яллаған, күрәһең», – тиешеп,
Йеһошафат халҡы менән бергәләп яумал йыя башлай: бик күп мал-мөлкәт, кейем-һалым, затлы әйберҙәр табалар, күтәреп алып китмәҫтәй итеп йөкмәнәләр. Өс көн буйы ташыйҙар былар яумалды – ул шул тиклем күп була.
„Ҡыуып етәм, – тип уйланы дошман, – Теләгәнемде табышҡа алам! Ҡынымдағы ҡылысымды һурып, Һәммәһенең башына етәм, ҡырам!“
Халыҡтарҙың байлығын мин Ояны туҙҙырғандай туҙҙырҙым, Ташлап ҡалдырылған йомортҡа һымаҡ итеп, Бөтөн донъяны үҙемә йыйҙым. Ҡанатын ҡалҡытып, томшоғон асҡан, Пысҡылдаған һис кем табылманы!“»
„Моғайын, улар яумал йыя, бүлешәлер, Һәр яугиргә – берәр, ә бәлки, икешәр ҡыҙ. Сисераға биҙәкле туҡымалар, Сағыу сигеүле туҡымалар, Әсирҙән систереп алған Биҙәкле матур кейемдәр“.