22 Иртә таңдан торҙолар. Ҡыҙарып ҡояш ҡалҡты һәм уның һыу өҫтөндәге сағылышы моавтарға алыҫтан ҡып-ҡыҙыл ҡан булып күренде.
Батшаларҙың яу менән килгәнен ишетеп, Моав халҡының ҡорал тота алған йәше-ҡарты бергә тупланып, сик буйына баҫты.
– Был бит ҡан! – тип ҡысҡырыштылар. – Ахыры, был батшалар үҙ-ара һуғышып, бер-береһен ҡырып бөткәндер. Әйҙәгеҙ, моавтар, яумал артынан барайыҡ!
Сөнки Раббы Хаким арами тупламына яу арбаларының гөрһөлдәүе, ат тояҡтарының туҡылдауы – ҙур бер ғәскәр сығарған тауышты ишеттергәйне. Арамиҙар бер-береһенә: «Ҡарағыҙ әле, Исраил батшаһы беҙгә ҡаршы хитти һәм Мысыр батшаларын яллаған, күрәһең», – тиешеп,