19 Уларҙың бөтә нығытмалы ҡалаларын һәм һайланма ҡалаларын яулап алырһығыҙ, бөтә яҡшы ағастарын ҡырҡып ташларһығыҙ, һыу сығанаҡтарын күмерһегеҙ, бөтә иң уңдырышлы баҫыуҙарын таш менән ҡыйларһығыҙ.
Алла ҡатындың күҙҙәрен асты – Хәжәр ҡоҙоҡ күрҙе. Ул барып турһығына һыу тултырып алды, улына һыу эсерҙе.
Шунан уға: – Көнсығышҡа ҡараған тәҙрәне ас! – тип бойорҙо. Батша тәҙрәне асҡандан һуң, Ильясиғин: – Уҡты ат! – тине. Батша уҡты атып ебәрҙе. – Был Раббының еңеү уғы, арамиҙарҙы еңеү уғы! Афеҡта һин арамиҙарҙың ғәскәрен тулыһынса тар-мар итерһең, – тине Ильясиғин.
Ҡалаларын емерҙеләр, үткән береһе таш ырғытып, иң уңдырышлы баҫыуҙарын ҡыйланылар, һыу сығанаҡтарын күмделәр, яҡшы ағастарын ҡырҡып ташланылар. Ахыр сиктә бары тик Ҡир-Харәсәҫ ҡалаһының таш диуарҙары ғына тороп ҡалды. Һапҡы менән ҡоралланған яугирҙәр уны ла уратып алып һөжүм итте.
„Уны мин күрәм, әммә әле түгел; Күрәм уны, тик яҡындан түгел. Йондоҙ ҡалҡыр Яҡуп нәҫеленән, Исраил халҡынан – хакимлыҡ таяғы. Моавтың сикәһен ҡыра һуғыр, Шеҫ улдарының баш түбәһен иҙер.
Раббы уға: – Мин һинең менән булырмын, һин мидйәндәрҙе бер кешене юҡ иткәндәй еңерһең, – тине.
Хәҙер бар ҙа ғәмәлектәрҙе ҡыйрат. Нимәләре бар, шуларҙың бөтәһен дә харам ҡыл. Ҡыҙғанма уларҙы: ирҙәрен һәм ҡатындарын, үҫмерҙәрен һәм имсәк балаларын, эре һәм ваҡ малын, дөйәһен һәм ишәген – һәммәһен дә үлтер», – тип бойора.
Дауыт Раббынан: – Барайыммы? Мин ул пелештиҙәрҙе ҡыйрата алырмынмы? – тип һораны. Раббы: – Бар, пелештиҙәр менән һуғышып, Ҡығиланы ҡотҡар, – тине.