17 Сөнки Раббы былай ти: «Ел дә, ямғыр ҙа күрмәҫһегеҙ, әммә үҙәнгә һыу тулыр. Үҙегеҙ ҙә, эре һәм ваҡ малдарығыҙ ҙа туйғансы эсерһегеҙ».
– Раббы был үҙәндең һәр тарафында соҡорҙар ҡаҙырға ҡуша, – тине Ильясиғин. –
Мәңге шулай асыу һаҡларһыңмы? Ярһыуың быуындан-быуынғаса һуҙылырмы?
Мин Хорев тауында бер ҡая өҫтөндә һинең алдыңда торормон. Таяҡ менән ҡаяға һуғыуың булыр, унан һыу урғылып сығыр – әйҙә, эсһен халыҡ. Муса Исраил аҡһаҡалдарының күҙ алдында шулай эшләне.
Сүллектән алып сыҡҡанда, һыуһыҙ интекмәнеләр; Улар өсөн ҡаянан һыуҙар ағыҙҙы; Ҡая ярҙы, унан һыу атылып сыҡты.