Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 3:15 - Изге Яҙма

15 Ә хәҙер арфала уйнаған берәйһен табып килтерегеҙ. Арфасы килеп уйнай башлағайны, Ильясиғинға Раббының ҡөҙрәте иңде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 3:15
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббының ҡөҙрәте иңгән Ильяс, кейеменең сабыуҙарын билбауына ҡыҫтырҙы ла, Изреғилгә еткәнсе Ахав алдынан йүгереп барҙы.


– Раббы был үҙәндең һәр тарафында соҡорҙар ҡаҙырға ҡуша, – тине Ильясиғин. –


Халҡын хөкөм итер өсөн Бейек күк менән ергә өндәшә:


Халдей илендә, Кевар йылғаһы буйында Бузи улы Зөлкифел ҡаһинға Раббы һүҙе булды. Раббының ҡулы уның өҫтөндә ине.


Рух мине күтәрҙе лә алып китте. Раббының көслө ҡулы өҫтөмдә булған хәлдә әсенеш һәм асыу менән киттем.


Унда Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Ул миңә: – Тор, үҙәнгә бар. Мин һинең менән унда һөйләшермен, – тине.


Был хәл һөргөндә йәшәүебеҙҙең алтынсы йылында, алтынсы айҙың бишенсе көнөндә булды. Өйөмдә ултыра инем. Йәһүҙә аҡһаҡалдары ла минең янда ине. Шул саҡ миңә Раббы Хакимдың ҡулы ҡағылды.


Раббының көсө улар менән булды һәм бик күптәр, инанып, Раббыға табан боролдо.


Шунан һуң пелештиҙәрҙең һаҡсы ғәскәре торған Алла Гивғаһына килеп етерһең. Ҡалаға ингәс, лира, дөңгөр, һыбыҙғы, арфа тауыштары аҫтында табыныу ҡалҡыулығынан пәйғәмбәрлек итеп төшөп килгән бер төркөм пәйғәмбәрҙәрҙе осратырһың.


Хакимыбыҙ, беҙгә, һиңә хеҙмәт иткән ҡолдарыңа, әмер бир, лирала оҫта уйнаған берәй кешене эҙләйек. Алланан килгән яуыз рух иңгәндә, ул уйнар ҙа һиңә рәхәтерәк булыр.


Шул ваҡыттан башлап, Алла ебәргән яуыз рух Шаулды биләп алғанда, Дауыт лираһын алып уйнай ҙа батшаның хәле еңеләйеп ҡалыр булды. Яман рух та унан китеп тора ине.


Иртәгәһенә былай булды: Алла күндергән яуыз рух Шаулды солғап алды. Шаул үҙенең өйөндә диуаналанырға кереште. Дауыт, ғәҙәттәгесә, лираһында уйнап ултыра ине. Ә Шаул ҡулына һөңгөһөн тотҡайны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ