14 – Мин хеҙмәт иткән Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шаһит: әгәр Йәһүҙә батшаһы Йеһошафатты ихтирам итмәһәм, һиңә күтәрелеп тә ҡарамаҫ инем, – тине Ильясиғин. –
Ғилғәдтәге Тишбе ҡалаһынан Ильяс пәйғәмбәр Ахав батшаға: – Мин хозурында баҫып торған Исраил Аллаһы тере Раббы шаһит: был йылдарҙа ергә, мин әйтмәйенсә, бер тамсы ысыҡ, бер тамсы ямғыр төшмәҫ! – тип белдерҙе.
– Үҙем хеҙмәт иткән Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шаһит: бөгөн мин Ахавҡа барып күренәсәкмен, – тип яуапланы Ильяс.
– Нимә, дошманым, тоттоңмо мине? – тине Ахав Ильясҡа. – Тоттом, – тип яуапланы пәйғәмбәр. – Сөнки һин Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәргә бирелдең.
– Мин хеҙмәт иткән тере Раббы шаһит: һинән бер нәмә лә алмайым, – тип яуапланы Ильясиғин. Нағаман нисек кенә инәлһә лә, пәйғәмбәр баш тартыуын дауам итте.
Ят илаһтарға эйәргәндәрҙең хәсрәте артыр. Мин боттарға ҡанлы ҡорбандар килтермәм, Исемдәрен телемә лә алмам.
Бына, Мин бөгөн һине Нығытмалы ҡала, тимер бағана, Баҡыр диуар итеп бөтә был илгә – Йәһүҙәнең батшалары, түрәләренә, Ҡаһиндарына, ил халҡына ҡаршы ҡуйҙым.
Улар үҙҙәренең шәкерттәрен Һируд батша яҡлылар менән бергә Ғайса янына ебәрҙе. – Остаз, – тине улар, – беҙ Һинең тура һүҙле булғаныңды һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтеүеңде беләбеҙ. Һин бер кемдән дә ҡурҡмайһың, бер кемгә лә ярарға тырышмайһың.