Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 3:13 - Изге Яҙма

13 – Һиңә минән ни кәрәк? – тип ҡаршыланы Ильясиғин Исраил батшаһын. – Атаң менән әсәңдең пәйғәмбәрҙәренә барыр инең. – Улай тимә! – тине Исраил батшаһы. – Раббы беҙҙе, өс батшаны, моавтарҙың ҡулына тапшырыр өсөн бында йыйған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 3:13
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Эй Алла бәндәһе! Нишләнең һин миңә? Ҡылған ғәйептәремде хәтергә төшөрөп, улымды үлтертергә килдеңме ни? – тине ҡатын Ильясҡа.


Ә хәҙер бөтә Исраил халҡын минең яныма Кармәл тауына йыйҙыр. Бәғелдең Изевел табынында ашап-эскән дүрт йөҙ илле пәйғәмбәре һәм алиһә Ашераға табынған дүрт йөҙ пәйғәмбәр ҙә шунда килһен.


Исраил батшаһы дүрт йөҙгә яҡын пәйғәмбәрҙе йыйып алды ла: – Ғилғәд Рамоҫына ҡаршы яу менән барайыммы, әллә бармайыммы? – тип һораны. – Бар, – тип яуап ҡайтарҙы пәйғәмбәрҙәр. – Раббы Хаким ул ҡаланы батшаның ҡулына тапшырасаҡ.


– Һәләк булдыҡ! – тине Исраил батшаһы. – Раббы өсөбөҙҙө бергә Моав ҡулына бирергә йыйынғандыр.


– Раббының һүҙен ул әйтә ала, – тине Йеһошафат. Шунан Йеһошафат, Исраил һәм Эдом батшалары бергәләшеп Ильясиғинға киттеләр.


Шунда мине саҡырырҙар – өндәшмәҫмен, эҙләп-эҙләп тә таба алмаҫтар.


Бабил батшаһы һеҙгә һәм был илгә һөжүм итмәйәсәк, – тигән пәйғәмбәрҙәрегеҙ ҡайҙа?


Был халыҡ шулай тиер: «Әйҙәгеҙ, Раббыға кире ҡайтайыҡ, Ул беҙҙе йыртҡысланы – Үҙе дауалар. Ул беҙҙе йәрәхәтләне – Үҙе ярабыҙҙы бәйләр.


– Эй Алла Улы, Һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Бында беҙҙе ваҡытынан алда яфаларға килдеңме? – тип ҡысҡырҙы улар.


Ғайса: – Ниңә һин быны Миңә әйтәһең? Минең әлегә сәғәтем етмәгән, – тип яуап бирҙе.


Шуға күрә хәҙер беҙ бер кемде лә кеше үлсәме менән үлсәмәйбеҙ. Мәсихкә элек кеше үлсәме менән ҡараһаҡ та, хәҙер инде улай ҡарамайбыҙ.


Мәсих менән Иблис араһында ниндәй ризалыҡ булыуы мөмкин? Йәки иманлылар менән иманһыҙҙар араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар?


Барығыҙ, үҙегеҙ һайлап алған илаһтарға ялбарығыҙ, әйҙә, ауырлыҡтан хәҙер улар һеҙҙе ҡотҡарһын.


Ноғоми уға: – Күрәһеңме, килендәшең үҙ халҡына, үҙ илаһтарына ҡайтырға булды, бар, һин дә уның менән кит, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ