10 – Һәләк булдыҡ! – тине Исраил батшаһы. – Раббы өсөбөҙҙө бергә Моав ҡулына бирергә йыйынғандыр.
– Язам күтәрә алмаҫлыҡ ауыр, – тине Ҡабил Раббыға. –
– Бында Раббының пәйғәмбәре юҡмы? – тип һораны Йеһошафат. – Уның аша Раббынан кәңәш һорар инек. – Шафат улы Ильясиғин бында. Ильястың ҡулына ул һыу ҡоя торғайны, – тип яуапланы Исраил батшаһының ярандарынан берәү.
Исраил, Йәһүҙә һәм Эдом батшалары бергәләшеп юлға сыҡты. Урауҙан ете көн буйы барғас, уларҙың эсер һыуы бөттө. Ғәскәрҙәр ҙә, малдар ҙа сарсаны.
Әйтеп тә бөтмәне, батша килеп тә етте. Ул: – Был бәлә-ҡазалар Раббынан бит. Инде ни өсөн миңә Уға өмөт бағларға? – тине.
Ахмаҡлыҡ кешене юлдан яҙҙыра, ғәйепте ул асыуланып Раббыға япһара.
Улдарың, хәлдән тайған ҡоралай һымаҡ, Һәр урам сатында ята; Раббының асыуы уларҙы шул хәлгә төшөрҙө, Аллаңдың тауышы дәһшәтле!
Улар ас һәм сараһыҙ килеш ил буйлап йөрөр, аслыҡтан батшаларын һәм аллаларын ҡарғар. Юғарыға ҡарарҙар,