1 Йәһүҙә батшаһы Йеһошафаттың ун һигеҙенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Ахав улы Йорам ултырҙы һәм ун ике йыл батшалыҡ итте.
Йәһүҙә батшаһы Йеһошафаттың ун етенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Ахав улы Ахазъяһ ултырҙы. Ул ике йыл батшалыҡ итте.
Раббы Ильяс аша нисек белдергән булһа, Ахазъяһ шулай үлде. Улы булмағанға күрә, тәхеткә ҡустыһы Йорам ултырҙы. Был Йәһүҙәлә Йеһошафат улы Йеһорам батшалыҡ иткәндең икенсе йылында булды.
Исраил, Йәһүҙә һәм Эдом батшалары бергәләшеп юлға сыҡты. Урауҙан ете көн буйы барғас, уларҙың эсер һыуы бөттө. Ғәскәрҙәр ҙә, малдар ҙа сарсаны.
Ахав улы Йорамдың Исраилда батшалыҡ итеүенең бишенсе йылында, Йеһошафат әле Йәһүҙә батшаһы булған саҡта, тәхеткә уның улы Йеһорам ултырҙы.
Ахазъяһ, уларҙың кәңәшен тыңлап, Исраил батшаһы Ахавтың улы Йорам менән бергә Ғилғәд Рамоҫына Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы яуға бара. Был һуғышта арамиҙар Йорамды яралай.