ІV Батшалар 25:6 - Изге Яҙма6 Батшаны әсиргә алып, Ривлаға Бабил батшаһына килтерҙеләр һәм шунда уға хөкөм сығарҙылар. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Бынан һуң, – тип белдерә Раббы, – Йәһүҙә батшаһы Сидкияһты, уның хеҙмәтселәрен, ҡалала ҡырғындан, ҡылыстан һәм аслыҡтан иҫән ҡалған барлыҡ кешеләрҙе Бабил батшаһы Навуходоносорға – уларҙың йәнен көҫәгән дошмандары ҡулына тапшырам. Батша уларҙы ҡылыс осона алыр, аямаҫ, рәхим-шәфҡәт ҡылмаҫ, йәлләп тормаҫ».