Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 25:3 - Изге Яҙма

3 Дүртенсе айҙың туғыҙынсы көнөнә ҡалала аслыҡ шул тиклем көсәйҙе, халыҡтың бер тәғәм ризығы ла ҡалманы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 25:3
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡала Сидкияһ батша хакимлығының ун беренсе йылына тиклем ҡамауҙа булды.


Байтаҡ ваҡыт үткәс, арами батшаһы Бен-Һадад бөтә ғәскәрен туплап, Самарияға һөжүм итте һәм уны ҡамап алды.


Ҡамау шул тиклем оҙаҡ булды ки, ҡалала ҡаты аслыҡ башланды, хатта бер ишәк башы һикһән шекел көмөшкә, сирек кав күгәрсен тиҙәге биш шекел көмөшкә һатыла ине.


Инде Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Йәрүсәлим менән Йәһүҙәгә һәр төрлө ярҙамды туҡтатасаҡ: Икмәк менән һыуҙы,


Мин уларҙы үҙҙәренең улдарының һәм ҡыҙҙарының итен ашарға мәжбүр итермен. Йәндәрен көҫәгән дошмандары ҡаланы ҡамауға алып уларҙы үлем ғазабына дусар иткәс, ҡамауҙа һәм ҡыҫымда ятҡанда улар бер-береһен ашай башлар».


Сидкияһ батша Йермеяһты һаҡсылар ихатаһында тоторға бойорҙо. Ҡалала икмәк бөткәнгә тиклем, икмәк бешереүселәр урамынан көн һайын бер икмәк килтереп бирҙеләр. Шулай итеп, Йермеяһ һаҡсылар ихатаһында ҡалды.


«Раббы былай ти: „Был ҡалала ҡалған кешеләр ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан үлер. Кем халдейҙар яғына сыға, шул йәшәр – йәне үҙенә яумал булыр“.


Сидкияһ хакимлығының ун беренсе йылында, дүртенсе айҙың туғыҙынсы көнөндә дошман ҡаланың диуарында ярыҡ яһаны.


Дүртенсе айҙың туғыҙынсы көнөнә ҡалала аслыҡ шул тиклем көсәйҙе, халыҡтың бер тәғәм ризығы ла ҡалманы.


Раббы Хаким былай ти: «Бына Мин Йәрүсәлимгә кешеләрен һәм мал-тыуарҙы юҡ итер өсөн дүрт ҡаты язамды: ҡылыс, аслыҡ, йыртҡыс януарҙар һәм үләт ебәрәм.


Ата-әсәләр үҙ балаларын, балалар иһә үҙ ата-әсәләрен ашаясаҡ. Мин һинең уртала хөкөм ҡыласаҡмын, ә иҫән ҡалғандарығыҙҙың һәммәһен һәр тарафҡа елдәргә таратасаҡмын.


Һиндә йәшәүселәрҙең өстән бер өлөшө ҡала эсендә ҡырғындан үләсәк, аслыҡтан ҡырыласаҡ. Өстән бер өлөшө ҡаланың тирә-яғында ҡылыстан һәләк буласаҡ. Ҡалған өсөнсө өлөшөн төрлө тарафтарға елгә таратасаҡмын, арттарынан яланғас ҡылыс менән эҙәрләйәсәкмен.


Тышта – ҡылыс, эстә – аслыҡ менән ҡырғын. Ҡырҙағылар ҡылыстан үлер, ҡалалағылар аслыҡтан һәм ҡырғындан ҡырылыр.


Һеҙҙе туйындырған ризыҡты юҡ итермен. Икмәгегеҙҙе ун ҡатын бер мейестә бешереп, үлсәп бирер – ашарһығыҙ, әммә туя алмаҫһығыҙ.


– Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Дүртенсе, бишенсе, етенсе, унынсы айҙарҙың ураҙалары Йәһүҙә халҡы өсөн ҡыуаныс һәм шатлыҡ тулы байрамға әүерелер. Шуға күрә ғәҙеллек менән именлекте яратығыҙ».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ