Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 25:18 - Изге Яҙма

18 Нөгәрҙәр башлығы баш ҡаһин Сераяһты, ҡаһин ярҙамсыһы Сефанъяһты, өс тупһа һаҡсыһын әсиргә алды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 25:18
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Батша баш ҡаһин Хилҡияһҡа, ҡаһин ярҙамсыларына һәм тупһа һаҡсыларына Бәғел, Ашера һәм күк есемдәре өсөн яһалған бөтә нәмәләрҙе Раббы ҡорамынан сығарырға бойорҙо. Был әйберҙәрҙе Йәрүсәлимдең тышында, Ҡидрон үҙәне ҡырҙарында яндырҙы һәм көлөн Бейт-Ил ҡалаһына алып барҙы.


Ғазаръяһ – Сераяһтың, Сераяһ Йеһосадаҡтың атаһы була.


Ошо хәлдәр булып үткәндән һуң, Фарсы батшаһы Артахшаста хакимлыҡ иткән саҡта, Бабилдан Ғөзәйер исемле кеше ҡайта. Уның шәжәрәһе былай: Ғөзәйер – Сераяһ улы, Сераяһ – Ғазаръяһ, Ғазаръяһ – Хилҡияһ,


Иммер улы Пашхур ҡаһин Раббы йортонда ҡарауылсылар башлығы ине. Ул, Йермеяһтың пәйғәмбәрлек итеп әйткән ошо һүҙҙәрен ишетеп,


Сидкияһ батша түбәндәгеләрҙе әйтер өсөн Малкияһ улы Пашхур менән Мағасеяһ улы Сефанъяһ ҡаһинды Йермеяһҡа ебәрҙе. Шунда Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды. Пашхур менән Сефанъяһ былай тинеләр:


Бынан һуң, – тип белдерә Раббы, – Йәһүҙә батшаһы Сидкияһты, уның хеҙмәтселәрен, ҡалала ҡырғындан, ҡылыстан һәм аслыҡтан иҫән ҡалған барлыҡ кешеләрҙе Бабил батшаһы Навуходоносорға – уларҙың йәнен көҫәгән дошмандары ҡулына тапшырам. Батша уларҙы ҡылыс осона алыр, аямаҫ, рәхим-шәфҡәт ҡылмаҫ, йәлләп тормаҫ».


Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Һин Йәрүсәлим халҡына, ҡаһин Сефанъяһ Мағасеяһ улына, бөтә ҡаһиндарға үҙ белдегең менән хаттар ебәрҙең. Сефанъяһҡа һин былай тип яҙҙың:


Сефанъяһ ҡаһин был хатты Йермеяһ пәйғәмбәргә ҡысҡырып уҡыны.


Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ менән уның түрәләрен йәндәрен көҫәгән дошмандары ҡулына, сигенгән Бабил батшаһы ғәскәренә тапшырам.


Нөгәрҙәр башлығы баш ҡаһин Сераяһты, ҡаһин ярҙамсыһы Сефанъяһты, өс тупһа һаҡсыһын әсиргә алды.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Был ҡала – ысынлап та ҡаҙан һымаҡ. Әммә ит – һеҙ үлтереп уға һалған кешеләрҙең мәйеттәре. Мин һеҙҙе ҡаланан ҡыуып сығарасаҡмын.


– Бабилдан һөргөндән ҡайтҡан Хелдайҙан, Товияһтан, Йедағъяһтан саҙаҡалар ал да шул уҡ көндө Сефанъяһ улы Йошияһтың өйөнә бар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ