11 Ҡалала иҫән ҡалған кешеләрҙе, Бабил батшаһы яғына күскәндәрҙе һәм башҡа халыҡты Невузарадан һөргөнгә оҙатты.
Ҡылыстан имен ҡалғандарҙы иһә ул батша Бабилға һөргөнгә алып китә. Йәһүҙә халҡы Бабил батшаһына һәм улдарына ҡол була. Фарсы батшалығы көсәйгәнгә тиклем шулай дауам итә.
Бына өлкәнең Бабил батшаһы Навуходоносор Бабилға алып киткән һәм әле һөргөн әсирлегенән Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙәгә, һәр береһе үҙ ҡалаһына әйләнеп ҡайтҡан кешеләре.
Йығылырға торғандарға таяныс Раббы, Ул ҡолатылғандарҙы торғоҙа.
Шуға күрә Раббы былай ти: «Ҡара, был ҡаланы халдейҙар – Бабил батшаһы Навуходоносор ҡулына бирәм, һәм ул ҡаланы баҫып алыр.
Ҡалала тере ҡалған халыҡты, халдейҙар яғына сыҡҡан кешеләрҙе – иҫән ҡалған барыһын да нөгәрҙәр башлығы Невузарадан, әсиргә алып, Бабилға алып китте.
Навуходоносор батша хакимлығының ун туғыҙынсы йылында, бишенсе айҙың унынсы көнөндә Бабил батшаһының хеҙмәтсеһе, нөгәрҙәр башлығы Невузарадан Йәрүсәлимгә инде.
Ярлыларҙың ҡайһы берәүҙәрен, ҡалала иҫән ҡалған кешеләрҙе, Бабил батшаһы яғына күскәндәрҙе һәм ҡалған һөнәрселәрҙе Невузарадан һөргөнгә оҙатты.
егерме өсөнсө йылында нөгәрҙәр башлығы Невузарадан тарафынан ете йөҙ ҡырҡ биш йәһүҙи һөргөнгә алып кителде. Һөргөнгә ҡыуылған халыҡ йәмғеһе дүрт мең алты йөҙ кеше ине.
Уларға: «Мин һеҙҙең өсөн – билдәмен. Мин нимә эшләнем, уларға ла шулай буласаҡ: әсирлеккә төшөп, һөргөнгә китәсәктәр», – тип әйт.
Уның ҡасҡан бөтә яугирҙәре ҡылыстан ҡырылыр, иҫән ҡалғандары донъяның һәр тарафына таратылыр. Шул ваҡытта ошоларҙы Мин Раббы әйткәнен белерһегеҙ».
Ҡамау көндәре тамамланғас, уларҙың өстән бер өлөшөн ҡала уртаһында утта яндыр. Икенсе өстән бер өлөшөн ҡала ситендә ҡылыс менән тураҡла. Өсөнсө өлөшөн елгә осор, һәм Мин улар артынан яланғас ҡылысымды ебәрермен.
Раббы һеҙҙе һәм үҙегеҙ һайлап ҡуйған батшағыҙҙы һеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа белмәгән ҡәүем араһына ҡыуыр. Унда таштан һәм ағастан эшләнгән башҡа илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ.