9 Йеһояхин да, атаһы һымаҡ, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды.
Менашше Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларын ҡабатлап, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды.
Амон, атаһы Менашше кеүек үк, Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылды,
һәр эштә атаһының юлын ҡыуып, атаһы хеҙмәт иткән боттарға табынды, уларға хеҙмәт итте.
Шул осорҙа Бабил батшаһы Навуходоносорҙың ғәскәрҙәре Йәрүсәлимгә килде һәм уны ҡамап алды.
Был бала йәш арыҫландар араһында йөрөнө, Ул да йәш арыҫлан булды. Табышын йыртҡысларға өйрәнде – Кешеләр ашаны.