8 Йеһояхин ун һигеҙ йәшендә тәхеткә ултырҙы һәм Йәрүсәлимдә өс ай батшалыҡ итте. Әсәһе Йәрүсәлимдән Нехушта Әлнаҫан ҡыҙы ине.
Йеһояҡимдың улдары: Йехонъяһ, Сидкияһ.
Йеһояхин ун һигеҙ йәшендә тәхеткә ултыра һәм Йәрүсәлимдә өс ай ҙа ун көн батшалыҡ итә. Ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла.
– Барлығым менән ант итәм, – тип белдерә Раббы. – Эй Йәһүҙә батшаһы Конъяһ Йеһояҡим улы, уң ҡулымдағы мөһөр йөҙөгө булһаң да, йолҡоп ырғытыр инем Мин һине.
Үҙеңде лә, һине тапҡан әсәңде лә ете-ят бер илгә ҡыуам, һеҙ унда тыуманығыҙ, әммә шунда үлеп ҡалырһығыҙ.
Ошо әҙәм Йеһояхинмы? Бер нимәгә эшкинмәгән ярыҡ көршәк, Бер кемгә лә кәрәкмәгән һауыт улмы? Ни өсөн үҙе һәм зат-зәүере Белмәгән-күрмәгән илгә олаҡтырылды?
Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин Йеһояҡим улын, уның менән бергә Йәһүҙәнең дәрәжәле кешеләрен, һөнәрселәрен һәм тимерселәрен Йәрүсәлимдән Бабилға һөргөнгә ҡыуып алып киткәс, Раббы миңә күренмеш иңдерҙе: Раббы ҡорамы алдына инжир һалынған ике кәрзин тора, имеш.
Йеһояҡим улы Йеһояхин урынына Йошияһ улы Сидкияһ батша булды. Йәһүҙә тәхетенә уны Бабил батшаһы Навуходоносор ултыртты.