7 Мысыр фирғәүене башҡаса үҙ ерҙәренән сыҡманы, сөнки Бабил батшаһы уның Мысыр сигендәге йылғанан алып Евфрат йылғаһына тиклемге бөтә биләмәләрен яулап алғайны.
Шул көндө Раббы Ибрам менән килешеү төҙөнө һәм былай тине: – Мысыр йылғаһынан алып бөйөк Евфрат йылғаһына тиклемге ошо ерҙе – ҡыниҙар, ҡынизиҙар, ҡадмониҙар, хиттиҙәр, перизиҙәр, рефалар, әмөриҙәр, ҡәнғәниҙәр, гиргашиҙәр һәм йевусиҙәрҙең бөтә ерен һинең нәҫелеңә бирәсәкмен.
Евфрат йылғаһынан пелешти ерҙәренә һәм Мысыр сиктәренә тиклем йәйрәп ятҡан бөтә батшалыҡтар Сөләймәндең ҡул аҫтында булды. Улар барыһы ла Сөләймәнгә ғүмере буйы хеҙмәт итте һәм яһаҡ түләне.
Әммә шундай көндәр килә: Раббы Евфрат йылғаһынан алып Мысыр сигендәге йылғаға тиклем ашлыҡ һуғыр һәм һеҙҙе, эй Исраил балалары, бер-бер артлы бер урынға туплар.
Был һүҙҙәр Мысыр хаҡында һәм Мысыр батшаһы Нехо фирғәүендең Евфрат йылғаһы буйындағы Каркемиш янына килеп туҡтаған ғәскәре тураһында ине. Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы хакимлығының дүртенсе йылында Бабил батшаһы Навуходоносор был ғәскәрҙе ҡыйратты.
Етеҙ ҡасып китә алмаҫ, Батыр ҡотола алмаҫ; Төньяҡта, Евфрат буйында, Абынып йығылырҙар.
– Эй әҙәм улы, бына Мин Мысыр батшаһы фирғәүендең ҡулын һындырҙым. Уңалһын, ҡылыс тоторлоҡ көсө булһын тип, һис кем тарафынан бәйләнмәне, шифалы бәйҙәр менән уралманы ул.
Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Бына Мин уны, Мысыр батшаһы фирғәүенде! Уның һау ҡулын да, һынғанын да иҙәсәкмен. Ҡулындағы ҡылысын төшөрәсәкмен.
Ғасмондан Мысыр сигендәге йылғаға табан боролор ҙа, Бөйөк диңгеҙ буйында тамамланыр.
Ғасмон аша үтеп, Мысыр сигендәге йылға буйлап барып диңгеҙгә терәлә. Был – һеҙҙең көньяҡ сигегеҙ.