Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 24:16 - Изге Яҙма

16 Бынан тыш көслө һәм һуғышҡа әҙер булған ете мең яугир, меңәрләгән балта оҫталары һәм тимерселәр Бабилға ҡыуып алып кителде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 24:16
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙең барыһын: бөтә түрәләрҙе, ҡаһарман яугирҙәрҙе, балта оҫталарын һәм тимерселәрҙе – ун мең кешене һөргөнгә алып китте. Йәһүҙә халҡының иң ярлыларынан башҡа бер кем дә ҡалманы.


Йөҙөм баҡсаларында һәм баҫыуҙарҙа эшләр өсөн бер ни тиклем ярлыларҙы ғына ҡалдырҙы.


Шулай итеп, бөтә Исраил халҡы нәҫел исемлектәренә теркәлә, улар Исраил батшалары китабына индерелгән. Йәһүҙә халҡы Аллаға тоғро булмаған өсөн Бабилға һөрөлгән була.


Йәнеңде көҫәгәндәрҙең, үҙеңде ҡан ҡалтыратып торған кешеләрҙең ҡулына – Бабил батшаһы Навуходоносор менән халдейҙарға бирәм Мин һине.


Был хат Йехонъяһ батша, батшаның әсәһе, һарай әһелдәре, Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим түрәләре, һөнәрселәр, тимерселәр Йәрүсәлимдән ҡыуып алып кителгәндән һуң яҙылды.


Бабил батшаһы һөргөнгә ҡыуып алып киткән кешеләрҙең иҫәбе түбәндәгесә: Навуходоносор хакимлығының етенсе йылда өс мең егерме өс йәһүҙи,


Шунан батша тоҡомонан булған берәүҙе алып, уның менән килешеү төҙөнө һәм ант иттерҙе. Илдең арҙаҡлы кешеләрен дә тотҡонға алды.


Уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Оҙон ҡауырһынлы, ҡабарынҡы мамыҡлы, ҙур ҡанатлы олоғара сыбар бер бөркөт Ливанға осоп килде. Бер кедр ағасының осон эләктерҙе лә


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ