14 Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙең барыһын: бөтә түрәләрҙе, ҡаһарман яугирҙәрҙе, балта оҫталарын һәм тимерселәрҙе – ун мең кешене һөргөнгә алып китте. Йәһүҙә халҡының иң ярлыларынан башҡа бер кем дә ҡалманы.
Бынан тыш көслө һәм һуғышҡа әҙер булған ете мең яугир, меңәрләгән балта оҫталары һәм тимерселәр Бабилға ҡыуып алып кителде.
Йөҙөм баҡсаларында һәм баҫыуҙарҙа эшләр өсөн бер ни тиклем ярлыларҙы ғына ҡалдырҙы.
Шулай итеп, бөтә Исраил халҡы нәҫел исемлектәренә теркәлә, улар Исраил батшалары китабына индерелгән. Йәһүҙә халҡы Аллаға тоғро булмаған өсөн Бабилға һөрөлгән була.
Бына өлкәнең Бабил батшаһы Навуходоносор Бабилға алып киткән һәм әле һөргөн әсирлегенән Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙәгә, һәр береһе үҙ ҡалаһына әйләнеп ҡайтҡан кешеләре.
Шул ваҡытта туғандарымдың береһе Ханани менән Йәһүҙәнән бер нисә кеше килде. Мин уларҙан әсирлектән ҡотолоп иҫән ҡалған йәһүдтәрҙең хәлен белештем, Йәрүсәлим тураһында һораштым.
Ҡасандыр уны Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙә батшаһы Йехонъяһ һәм башҡа кешеләр менән бергә Йәрүсәлимдән һөргөнгә ҡыуып алып ҡайтҡан.
Баһадирҙар менән яугирҙәрен, Хөкөмдарҙар менән пәйғәмбәрҙәрен, Күрәҙәселәр менән аҡһаҡалдарын,
Бынан тыш Йәһүҙә батшаһы Йехонъяһ Йеһояҡим улын һәм Бабилға һөргөнгә ҡыуылған бөтә Йәһүҙә кешеләрен кире ҡайтарам, – тип белдерә Раббы. – Сөнки Бабил батшаһының ҡалыбын һындырып ташлайым».
Был хат Йехонъяһ батша, батшаның әсәһе, һарай әһелдәре, Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим түрәләре, һөнәрселәр, тимерселәр Йәрүсәлимдән ҡыуып алып кителгәндән һуң яҙылды.
Бер нәмәһе лә булмаған фәҡирҙәрҙең ҡайһы берҙәрен Невузарадан Йәһүҙәлә ҡалдырҙы, уларға йөҙөм баҡсалары, баҫыуҙар бирҙе.
Кешеләре менән ҡырҙа ҡасып ятҡан хәрби түрәләр, Бабил батшаһының Ахиҡам улы Гедалъяһты илгә идарасы итеп ҡуйыуы, Бабилға оҙатылмаған ярлы-ябаға ирҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы уның ҡарамағына тапшырыуы тураһында ишеткәс,
Бабил батшаһы һөргөнгә ҡыуып алып киткән кешеләрҙең иҫәбе түбәндәгесә: Навуходоносор хакимлығының етенсе йылда өс мең егерме өс йәһүҙи,
Батшалыҡ күндәм булһын, күтәрелмәһен, килешеүҙе һаҡлап, ныҡ торһон өсөн шулай эшләне.
Уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Оҙон ҡауырһынлы, ҡабарынҡы мамыҡлы, ҙур ҡанатлы олоғара сыбар бер бөркөт Ливанға осоп килде. Бер кедр ағасының осон эләктерҙе лә
Исраил халҡы көсләп Бабилға күсерелгән дәүерҙә Йошияһтың улы Йехонъяһ һәм уның ағай-энеләре тыуҙы.
Бабилға көсләп күсерелгәндән һуң Йехонъяһтың улы Шеалтиил тыуҙы. Шеалтиил – Зеруббавелдың,
Шулай итеп, Ибраһимдан Дауытҡа тиклем бөтәһе ун дүрт быуын, Дауыттан алып Бабилға көсләп күсерелгән ваҡытҡа тиклем ун дүрт быуын һәм, Бабилға күсерелеп, Мәсих тыуғанға тиклем ун дүрт быуын булды.
Раббы һеҙҙе һәм үҙегеҙ һайлап ҡуйған батшағыҙҙы һеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа белмәгән ҡәүем араһына ҡыуыр. Унда таштан һәм ағастан эшләнгән башҡа илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ.
Пелештиҙәр, ғивриҙәр ҡылыс йәки һөңгө яһап ҡуймаһын, тип хәүефләнгәнлектән, бөтә Исраилда бер тимерсе лә юҡ ине.