Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 24:12 - Изге Яҙма

12 Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин әсәһе, хеҙмәтселәре, түрәләре һәм һарай әһелдәре менән бергә Бабил батшаһына баш һалды. Навуходоносор Бабилға батшалыҡ итеүенең һигеҙенсе йылында Йеһояхинды әсиргә алды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 24:12
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һинең нәҫелеңдән булған һәм һинән тыуған ҡайһы бер улдарыңды ла алып китерҙәр, улар Бабил батшаһының һарайында алашар булып хеҙмәт итер».


Яугирҙәре ҡаланы ҡамаған саҡта Навуходоносор үҙе Йәрүсәлимгә килгәс,


Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин Бабилға һөргөнгә ебәрелеүенең утыҙ етенсе йылында Бабил тәхетенә Әуил-Меродах ултырҙы. Шул йылдың ун икенсе айының егерме етенсе көнөндә Әуил-Меродах, мәрхәмәт күрһәтеп, Йәһүҙә батшаһы Йеһояхинды зиндандан азат итте.


Навуходоносор батша хакимлығының ун туғыҙынсы йылында, бишенсе айҙың етенсе көнөндә Бабил батшаһының яраны, нөгәрҙәр башлығы Невузарадан Йәрүсәлимгә инде.


Киләһе йылдың яҙында Навуходоносор, үҙенең кешеләрен ебәреп, уны Бабилға алдырта. Уның менән бергә Раббы ҡорамындағы затлы һауыттарҙы ла алып китәләр. Йеһояхин урынына Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә батша итеп уның яҡын туғаны Сидкияһ тәғәйенләнә.


Ул осорҙа Шушандағы ҡәлғәлә Мордехай исемле бер йәһүд йәшәй ине. Ул, Бинйәмин ырыуынан булып, Ҡиштың улы Шимғиҙән тыуған Яирҙың улы.


Ҡасандыр уны Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙә батшаһы Йехонъяһ һәм башҡа кешеләр менән бергә Йәрүсәлимдән һөргөнгә ҡыуып алып ҡайтҡан.


Шул сәбәптән ерҙе ҡарғыш ашай – Унда йәшәүселәр үҙ ғәйептәренең язаһын күрә. Юҡҡа сыға унда йәшәүселәр, Бик аҙҙары ғына ҡотолоп ҡалыр.


«Батша менән батшаның әсәһенә әйт: „Тәхетегеҙҙән аҫҡа төшөп ултырығыҙ, Башығыҙҙан данығыҙҙың тажы төшөп китте“».


Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин Йеһояҡим улын, уның менән бергә Йәһүҙәнең дәрәжәле кешеләрен, һөнәрселәрен һәм тимерселәрен Йәрүсәлимдән Бабилға һөргөнгә ҡыуып алып киткәс, Раббы миңә күренмеш иңдерҙе: Раббы ҡорамы алдына инжир һалынған ике кәрзин тора, имеш.


Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы тәхеткә ултырғандың дүртенсе йылында Йермеяһҡа Йәһүҙә халҡы тураһында Раббы һүҙе булды. Был Навуходоносорҙың Бабилға батша булыуының тәүге йылы ине.


Шуның өсөн Раббы Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим тураһында былай ти: „Уның нәҫеленән Дауыт тәхетендә һис кем ултырмаясаҡ. Мәйете көндөҙгө эҫелә лә, төнгө һалҡында ла ерләнмәйенсә ятасаҡ.


Йеһояҡим улы Йеһояхин урынына Йошияһ улы Сидкияһ батша булды. Йәһүҙә тәхетенә уны Бабил батшаһы Навуходоносор ултыртты.


Навуходоносор батша хакимлығының ун туғыҙынсы йылында, бишенсе айҙың унынсы көнөндә Бабил батшаһының хеҙмәтсеһе, нөгәрҙәр башлығы Невузарадан Йәрүсәлимгә инде.


Бабил батшаһы һөргөнгә ҡыуып алып киткән кешеләрҙең иҫәбе түбәндәгесә: Навуходоносор хакимлығының етенсе йылда өс мең егерме өс йәһүҙи,


Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин Бабилға һөргөнгә ебәрелеүенең утыҙ етенсе йылында Бабил тәхетенә Әуил-Меродах ултырҙы. Шул йылдың ун икенсе айының егерме бишенсе көнөндә Әуил-Меродах, Йәһүҙә батшаһы Йеһояхинға мәрхәмәт күрһәтеп, зиндандан азат итте.


Йеһояхин батшаның һөргөндәге бишенсе йылында, айҙың бишенсе көнөндә


– Был фетнәсел халыҡҡа әйт: «Ошоларҙың нимә аңлатҡанын белмәйһегеҙме ни?» Уларға әйт: «Ана, Бабил батшаһы Йәрүсәлимгә килде, уның батшаһы менән түрәләрен әсир итеп, Бабилға, үҙенә алып китте.


уның иң өҫкө ботағын һындырып алды. Шунан уны алыш-биреш итеүселәр иленә алып китте, сауҙагәрҙәр ҡалаһына алып барып ултыртты.


– Ә һин Исраил хакимдары өсөн һыҡтау йырлап әйт:


Инде сүлгә, Һыуһыҙ ҡоро ергә күсерелде.


Раббы һеҙҙе һәм үҙегеҙ һайлап ҡуйған батшағыҙҙы һеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа белмәгән ҡәүем араһына ҡыуыр. Унда таштан һәм ағастан эшләнгән башҡа илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ