ІV Батшалар 24:1 - Изге Яҙма1 Йеһояҡим батшалыҡ иткән осорҙа Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙәгә яу менән килде. Йеһояҡим өс йыл буйы уға буйһоноп йәшәне, унан һуң баш күтәрҙе. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Мин бөтә төньяҡ ҡәбиләләрен һәм Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы саҡырам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы был ергә, ошонда йәшәүселәргә, яҡын-тирәләге башҡа халыҡтарға ҡаршы алып киләм. Уларҙы тотош юҡ итәсәкмен, илдәрен ҡурҡыныс урынға әйләндереп, мәсхәрәгә төшөрөрмөн, мәңгелек харабаға әүерелдерермен.