7 Фәхешсе ирҙәрҙең Раббы ҡорамы биләмәһендә урынлашҡан торлаҡтарын емерҙе. Ҡатындар унда Ашера өсөн япмалар туҡый торғайны.
Боттарға табыныу урындарында фәхешлек менән шөғөлләнгән ирҙәр ҙә бар ине. Халыҡ исраилдар алдынан Раббы ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең бөтә ерәнгес эштәрен ҡабатланы.
Ул боттарға табынған урындарҙа фәхешлек менән шөғөлләнгән барлыҡ ир фәхешселәрҙе илдән ҡыуҙы. Ата-бабалары яһатҡан боттарҙы алып ташланы.
Йеһошафат атаһы Аса заманынан тороп ҡалған боттарға табынған урындарҙа фәхешлек менән шөғөлләнгән ирҙәрҙе юҡ итте.
Йошияһ Исраил халҡы ерендәге бөтә әшәкене юҡ иттерә һәм Исраилдағы һәр кемгә үҙҙәренең Аллаһы Раббыға хеҙмәт итергә бойора. Уның дәүерендә улар ата-бабаларының Аллаһы Раббынан тайпылмай.
Мин һиңә биргән кейемдәреңдең бер өлөшө менән табыныу ҡалҡыулыҡтарыңды биҙәп, уларҙың өҫтөндә быға тиклем булмағанса һәм киләсәктә лә булмаҫтай фәхешлек иттең.
Ул мине Раббы ҡорамының төньяҡтағы ҡапҡаһына ингән урынға алып килде. Унда мин Таммуз өсөн илап ултырған ҡатындарҙы күрҙем.
Бәғел боттарына хуш еҫ төтәткән көндәре өсөн Мин уны язалаясаҡмын. Алҡа-мунсаҡтар тағып, һөйәрҙәре артынан йөрөнө, Ә Мине иһә онотто, – тип белдерә Раббы.
Тау баштарында ҡорбан салалар, Ҡалҡыулыҡтарҙа – имән, тирәк, теребинҫ аҫтында Күләгәлә рәхәтләнеп хуш еҫ төтәтәләр. Бына ни өсөн ҡыҙҙарығыҙ фәхешлек итә, Килендәрегеҙ зина ҡыла.
Әммә Мин ҡыҙҙарығыҙҙы уйнаш өсөн, Килендәрегеҙҙе зина өсөн язаламам – Ирҙәрегеҙ фәхишәләргә йөрөйҙәр, Уйнашсылар менән бергә ҡорбан килтерәләр. Аҡылын юғалтҡан халыҡ һәләк буласаҡ!
Шиттимдә йәшәгәндә исраилдар Моав ҡыҙҙары менән бутала башланы.
Исраил ҡыҙҙары һәм улдары араһынан бер кем дә боттарға табыныу ҡорамдарында фәхешлек менән шөғөлләнергә тейеш түгел.