37 Йеһояҡим да, ата-бабалары кеүек, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды.
Амон, атаһы Менашше кеүек үк, Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылды,
Йеһоахаз ата-бабалары кеүек үк Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды.
Сидкияһ та, Йеһояҡим кеүек үк, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды.
Тәхеткә ултырғанда Йеһояҡимға егерме биш йәш була. Ул Йәрүсәлимдә ун бер йыл батшалыҡ итә. Ул Аллаһы Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла.
Мин уны, тоҡомон, хеҙмәтселәрен ҡылған гонаһтары өсөн язалайым. Мин уға ла, Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә лә, Йәһүҙә халҡына ла ебәрәм тип киҫәткән бөтә бәлә-ҡазаларҙы юллайым, сөнки һеҙ Миңә ҡолаҡ һалманығыҙ!“»