36 Тәхеткә ултырғанда Йеһояҡимға егерме биш йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә ун бер йыл батшалыҡ итте. Әсәһе Зевуддаһ – Рума ҡалаһынан Педаяһ ҡыҙы ине.
Йошияһтың баш балаһы – Йоханан, икенсе улы – Йеһояҡим, өсөнсөһө – Сидкияһ, дүртенсеһе – Шаллум.
Тәхеткә ултырғанда Йеһояҡимға егерме биш йәш була. Ул Йәрүсәлимдә ун бер йыл батшалыҡ итә. Ул Аллаһы Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла.
Был Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы заманында ла, Сидкияһ Йошияһ улы батшалығының ун беренсе йылының бишенсе айына хәтле – Йәрүсәлим халҡы һөргөнгә ҡыуылғансы – дауам итте.
Шуға күрә Раббы Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы тураһында былай ти: «Уның өсөн бер кем дә: „Аһ, туғаным! Аһ, ҡарындашым һымаҡ яҡыным!“ – тип ҡайғырмаҫ. Уның өсөн һис кем: „Эй хакимым! Эй ғали йәнәп!“ – тип йәшен түкмәҫ.
Уны үлгән ишәк кеүек күмәсәктәр – Һөйрәкләп Йәрүсәлим ҡапҡаһынан Тышҡа сығарып бырғарҙар».
Йәһүҙәлә Йеһояҡим Йошияһ улы батшалыҡ итә башлаған көндәрҙә Раббынан Йермеяһҡа ошондай һүҙ булды:
Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим идара иткән дәүерҙең өсөнсө йылында Бабил батшаһы Навуходоносор килеп Йәрүсәлимде ҡамауға алды.