31 Тәхеткә ултырғанда Йеһоахазға егерме өс йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә өс ай батшалыҡ итте. Әсәһе – Хамутал Ливна ҡалаһынан Йермеяһ ҡыҙы ине.
Тәхеткә ултырғанда Сидкияһҡа егерме бер йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә ун бер йыл батшалыҡ итте. Әсәһе Хамутал – Ливна ҡалаһынан Йермеяһтың ҡыҙы ине.
Йошияһтың баш балаһы – Йоханан, икенсе улы – Йеһояҡим, өсөнсөһө – Сидкияһ, дүртенсеһе – Шаллум.
Шунан илдең халҡы Йошияһ улы Йеһоахазды Йәрүсәлимдә атаһы урынына батша итеп ҡуя.
Атаһы Йошияһ урынына Йәһүҙә батшаһы булған һәм был илдән һөргөнгә алып кителгән Шаллум Йошияһ улы тураһында Раббы былай ти: – Ул ҡабаттан бында ҡайтмаясаҡ,
Тәхеткә ултырғанда Сидкияһҡа егерме бер йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә ун бер йыл батшалыҡ итте. Әсәһе Хамутал Ливна ҡалаһынан Йермеяһтың ҡыҙы ине.