Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 23:29 - Изге Яҙма

29 Йошияһ батшалыҡ иткән осорҙа Мысыр фирғәүене Нехо, Ашшур батшаһына ярҙам итер өсөн, яу менән Евфрат йылғаһына йүнәлде. Йошияһ батша уға ҡаршы сыҡты һәм фирғәүен, Йошияһ менән Мегиддола осрашып, уны үлтерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 23:29
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бағана Ахилуд улы – Тағанах, Мегиддо, Изреғилдән түбәнерәк урынлашҡан Сареҫан янындағы бөтә Бейт-Шеан, Бейт-Шеандан Авел-Мехола һәм хатта Йоҡмеғамдың аръяғына тиклем һуҙылған өлкәлә;


Әммә Амасъяһ ҡолаҡ һалманы. Шуға күрә Исраил батшаһы Йеһоаш яуға сыҡты һәм Йәһүҙәнең Бейт-Шәмәш ҡалаһында Амасъяһ менән йөҙмә-йөҙ осрашты.


Бынан һуң Амасъяһ Йеһуҙан тыуған Йеһоахаздың улы Йеһоашҡа, Исраил батшаһына: «Әйҙә кил, йөҙмә-йөҙ көс һынашайыҡ», – тип илселәр ебәрҙе.


Шуға күрә Мин һине ата-бабаларың янына оҙатырмын, һин тыныслыҡта дәфен ҡылынырһың. Күҙҙәрең был урынға Мин килтерәсәк оло һәләкәтте күрмәҫ“». Ҡайтып, был яуапты батшаға һөйләп бирҙеләр.


Йошияһтың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.


Мысыр фирғәүене башҡаса үҙ ерҙәренән сыҡманы, сөнки Бабил батшаһы уның Мысыр сигендәге йылғанан алып Евфрат йылғаһына тиклемге бөтә биләмәләрен яулап алғайны.


Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһ быларҙы күреп, Бейт-Һагган ҡалаһына табан ҡаса башланы. Артынан ҡыуа төшкән Йеһу: – Уны ла үлтерегеҙ! – тип ҡысҡырҙы. Үҙенең арбаһындағы Ахазъяһты Йивлеғамға етәрәк, Гур ҡалҡыулығында уҡтан атып яраланылар. Ул йәрәхәтләнгән килеш Мегиддоға барып етте лә, шунда үлде.


Ер йөҙөндә тағы бер мәғәнәһеҙлек бар: яманға тейеш яза тәҡүә кешенең башына төшә, ә тәҡүәгә лайыҡ игелекте ямандар үҙләштерә. Мин: «Был да фани!» – тинем.


Үлгән өсөн иламағыҙ, йәш түкмәгеҙ; Һөргөнгә алып кителгәнгә әрнеп илағыҙ, Сөнки ул инде әйләнеп ҡайтмаҫ, Тыуған ерен башҡаса күрмәҫ.


Атаһы Йошияһ урынына Йәһүҙә батшаһы булған һәм был илдән һөргөнгә алып кителгән Шаллум Йошияһ улы тураһында Раббы былай ти: – Ул ҡабаттан бында ҡайтмаясаҡ,


һөргөнгә ебәрелгән ерҙә үлеп ҡалыр, был илде башҡаса күрмәҫ.


Был һүҙҙәр Мысыр хаҡында һәм Мысыр батшаһы Нехо фирғәүендең Евфрат йылғаһы буйындағы Каркемиш янына килеп туҡтаған ғәскәре тураһында ине. Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы хакимлығының дүртенсе йылында Бабил батшаһы Навуходоносор был ғәскәрҙе ҡыйратты.


Етеҙ ҡасып китә алмаҫ, Батыр ҡотола алмаҫ; Төньяҡта, Евфрат буйында, Абынып йығылырҙар.


– Ә һин Исраил хакимдары өсөн һыҡтау йырлап әйт:


Ул көндө Йәрүсәлимдә түгелгән йәш, Мегиддо тигеҙлегендәге Һадад-Риммонда түгелгән йәш кеүек күп булыр.


Алланың байлығы сикһеҙ, хикмәте һәм ғилеме төпһөҙ! Уның хөкөмдәре аҡыл етмәҫлек, юлдары аңламаҫлыҡ!


Исасхар менән Ашер ерҙәрендә Менашшеға улар тирәһендәге ауылдары менән бергә Бейт-Шеан, Йивлеғам; улар тирәһендәге ауылдары менән бергә Дор, Ғейн-Дор, Тағанах һәм Мегиддола йәшәүселәр бирелде. Улар өс ҡалҡыулыҡты тәшкил итә ине.


Шаҡшы рухтар батшаларҙы йәһүд телендә «Һармагеддон» тип аталған урынға йыйҙы.


Менашше ырыуы Бейт-Шеан, Тағанах, Дор, Йивлеғам, Мегиддо ҡалаларында һәм уларҙың әйләнә-тирәһендәге ауылдарҙа көн иткән халыҡты ҡыуманы, ҡәнғәниҙәр ошо ерҙә йәшәп ҡалды.


Бына батшалар алышҡа сыҡты, Тағанахта, Мегиддо һыуҙары янында Ҡәнғән батшалары һуғышты, Тик уларға көмөш тәтемәне!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ