22 Исраилға идара иткән хакимдар заманынан һуң, Исраил батшалары дәүерендә лә, Йәһүҙә батшалары хакимлыҡ иткән ваҡыттарҙа ла Ҡотҡарылыу байрамының был рәүешле билдәләп үтелгәне булманы.
Шулай итеп, Раббыға бағышланған был Ҡотҡарылыу байрамы Йошияһ батшалығының ун һигеҙенсе йылында Йәрүсәлимдә уҙғарылды.