Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 23:14 - Изге Яҙма

14 табыныу бағаналарын ватты, Ашераның ҡолғаларын ҡырҡып ырғытты, ул урындарға кеше һөйәктәре таратып ташланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 23:14
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул табыныу ҡалҡыулыҡтарын емерҙе, табыныу бағаналарын ватты, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы ҡырҡып ташланы, шулай уҡ Муса яһаған баҡыр йыланды юҡ итте. Сөнки исраилдар, Нехуштан тип исем ҡушып, шул көндәргә тиклем уның алдында хуш еҫ төтәтә торғайны.


Шунан Йошияһ тирә-яҡты байҡаны һәм тауҙағы ҡәберҙәрҙе күреп ҡалды. Кеше ебәртеп, ундағы һөйәктәрҙе сығартты һәм, уларҙы ҡорбан усағы өҫтөндә яндырып, усаҡты нәжесләне. Шул рәүешле Раббының Алла бәндәһе аша белдерелгән һүҙе ғәмәлгә ашты.


Уларҙың илаһтарына баш эймә һәм ғибәҙәт ҡылма, был халыҡтарҙың йолалары буйынса эш итмә. Уларҙың илаһтарын юҡ ит һәм табыныу бағаналарын емер.


Уларҙың ҡорбан усаҡтарын емерегеҙ, табыныу бағаналарын ватығыҙ, алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолғаларын ҡырҡып ташлағыҙ.


Боттарға ҡорбан килтергән усаҡтарын Аҡташ һымаҡ онтап бөтһә, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы, Хуш еҫ төтәтеү усаҡтарын емерһә, Гонаһынан арыныуының билдәһе шул булыр, Яҡуп нәҫеленең ғәйебе шуның менән пакланыр.


Арала береһенең дә: «Утындың яртыһын яндырҙым, Ҡуҙында икмәк бешерҙем, ит ҡурып ашаным. Ҡалғанынан ерәнгес бер нәмә яһап, Бер утын ағасына сәждә ҡылайыммы?» – тип уйларға башы етмәй.


Исраилдарҙың мәйеттәрен боттары алдына ташлаясаҡмын, һөйәктәрегеҙҙе ҡорбан усаҡтарығыҙ тирәһенә һибеп һаласаҡмын.


Һын-боттары ватып ырғытылыр, Зина ҡылып алған бүләктәре яндырылыр, Бөтә боттарын юҡҡа сығарам! Фәхешлеге өсөн йыйған бүләктәре Фәхишәләргә түләргә тотонолор!»


Ялан-ҡырҙа ҡылыстан үткәрелгән йәки үҙ үлеме менән вафат булған кеше мәйетенә, кеше һөйәгенә йәки ҡәбергә ҡағылған һәр кем ете көн нәжес булыр.


Таҙаларҙан берәйһе, майағасты ошо һыуға манып, шуның менән сатырға, сатырҙағы һауыттарға, кешеләрғә, шулай уҡ кеше һөйәгенә йәки үлтерелгән, үҙ үлеме менән вафат булған кеше мәйетенә йәки ҡәбергә ҡағылғандарға һирпһен.


ундағы бөтә халыҡты ҡыуығыҙ, биҙәкле таштарын, ҡойолма илаһтарын юҡ итегеҙ, табыныу ҡалҡыулыҡтарын туҙҙырығыҙ.


Уларға былай эшләгеҙ: ҡорбан усаҡтарын емерегеҙ, табыныу бағаналарын ватығыҙ, алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолғаларын ҡырҡып ташлағыҙ, боттарын утта яндырығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ