Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 23:13 - Изге Яҙма

13 Йәрүсәлимдең көнсығышында, Һәләкәт тауының көньяғында Исраил батшаһы Сөләймән сидондарҙың ерәнгес алиһәһе Ғаштореҫҡа, моавтарҙың ерәнгес бото Кемошҡа, ғаммондарҙың ерәнгес бото Милкомға ҡорған табыныу ҡалҡыулыҡтарын нәжесләне,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 23:13
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар Минән йөҙ сөйөрҙө, Сидон алиһәһе Ғаштореҫҡа, Моав илаһы Кемошҡа, Ғаммон илаһы Милкомға табындылар. Сөләймәндең атаһы Дауыт кеүек йәшәмәйенсә, Минең юлымдан тайпылдылар, Минең күҙемдә яҡшы булған ғәмәлдәр ҡылманылар, ҡанундарымды тотманылар, бойороҡтарымды үтәмәнеләр, Мине ташланылар.


Сөләймән Сидон халҡының алиһәһе Ғаштореҫҡа ла, ғаммондарҙың ерәнгес илаһы Милкомға ла ғибәҙәт ҡыла башланы.


Сөләймән Йәрүсәлимдең көнсығышындағы тауҙа Моавтың ерәнгес илаһы Кемош менән ғаммондарҙың ерәнгес илаһы Мөләхкә табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөттө.


– Исраил батшаһы Сөләймән, – тинем мин уларға, – шулар арҡаһында гонаһҡа батманымы ни? Күп халыҡтарҙың уның кеүек батшаһы юҡ ине. Уны Алла яратты һәм барлыҡ Исраилға батша итеп ҡуйҙы, әммә сит ер ҡатындары уны ла гонаһҡа батырҙы.


Арала береһенең дә: «Утындың яртыһын яндырҙым, Ҡуҙында икмәк бешерҙем, ит ҡурып ашаным. Ҡалғанынан ерәнгес бер нәмә яһап, Бер утын ағасына сәждә ҡылайыммы?» – тип уйларға башы етмәй.


Эй Йәһүҙә халҡы, нисә ҡалаң булһа, шул саҡлы уҡ илаһтарың бар һинең. Йәрүсәлим урамдары күпме булһа, әшәке Бәғелгә ҡорбан усаҡтарығыҙ шунса».


Исраил халҡы үҙе ышанған Бейт-Ил арҡаһында оятҡа ҡалған кеүек, Моав та илаһы Кемош арҡаһында хур булыр.


Моавтың һәләкәте яҡын, Уның ҡазаһы ашығып килә.


Эштәреңә, байлығыңа ышанғанға күрә Һин дә ҡулға төшөрһөң, эй Моав. Илаһың Кемош үҙенең ҡаһиндары, Түрәләр менән бергә һөргөнгә китер.


Өй баштарында күк есемдәренә сәждә ҡылған, Мин Раббыға сәждә ҡылып, Уға тоғролоҡҡа ант иткән, Шулай уҡ Милкомға ла табынып, вәғәҙәләр биргәндәрҙе,


Ҡайғы һиңә, Моав! Һәләк булдың, Кемошҡа табынған халыҡ! Тырым-тырағай ҡасты улдары, Ә ҡыҙҙары әсирлеккә төштө Әмөри батшаһы Сихонға.


Исраил халҡы һаман Раббы хуш күрмәгән яуыз эштәр ҡылыуын дауам итте, Бәғелдәргә һәм Ғаштареҫтарға, Арам, Сидон, Моав, Ғаммон, Пелешеҫ халыҡтарының илаһтарына табынды. Улар Раббыны ташланы, Уға хеҙмәт итмәне.


Һин үҙ илаһың Кемош биргән ерҙәргә хужа түгелһеңме ни? Ә Аллабыҙ Раббы биргән ерҙәргә беҙ үҙебеҙ хужа буласаҡбыҙ!


Улар, Раббыны ташлап, Бәғел һәм Ғаштареҫ боттарына табына башланылар.


Ата-бабаларығыҙ Раббыға: «Гонаһлыбыҙ, сөнки, Раббыны ташлап, Бәғел һәм Ғаштареҫ боттарына ҡол булдыҡ. Әммә беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотҡар һәм беҙ Һиңә генә хеҙмәт итербеҙ», – тип ялбарҙы.


Исраилдар Бәғел менән Ғаштареҫ һындарын сығарып ырғытты һәм Раббыға ғына хеҙмәт итә башланы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ