8 Баш ҡаһин Хилҡияһ: – Раббы ҡорамында ҡанун китабы табып алдым, – тине һәм кәтип Шафандың ҡулына бер төргәк китап тотторҙо. Шафан уны уҡып сыҡты.
Кәтип Шафан батшаға хисап менән килде: – Һинең хеҙмәтселәрең Раббы ҡорамында булған бөтә көмөштө ҡорамды төҙөкләндереү менән етәкселек итеүселәргә бирҙеләр, – тине. Шунан ул батшаға:
Шунан Йәһүҙә кешеләрен, Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе, ҡаһиндарҙы, пәйғәмбәрҙәрҙе, олоһонан алып кесеһенә тиклем бөтә халыҡты эйәртеп, Раббы ҡорамына сыҡты. Шунда ул Раббы ҡорамында табылған Килешеү китабын уларға бәйнә-бәйнә ҡысҡырып уҡыны.
Быларҙан башҡа Йошияһ, Хилҡияһ ҡаһин Раббы ҡорамында тапҡан китапта яҙылған ҡанунға ярашлы, әруахтарҙың рухын саҡырыусыларҙы һәм күрәҙәселәрҙе, йорт илаһтарының һындарын һәм боттарҙы, Йәһүҙә ерендә һәм Йәрүсәлимдә күренгән барлыҡ әшәкелектәрҙе юҡ итте.