2 Йошияһ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды, һәр эштә боронғо бабаһы Дауыттың юлын тотто, уңға ла, һулға ла тайпылманы.
Әгәр ҙә һин ҡолом Дауыт кеүек әйткәндәремде еренә еткереп үтәһәң, ҡанундарымды һәм бойороҡтарымды ғәмәлгә ашырһаң, Минең күҙ алдымда дөрөҫ булған эштәрҙе башҡарһаң, юлымдан йөрөһәң, һинең менән булырмын, Исраилды һиңә биреп, һинең йортоңдо, Дауыттың йорто һымаҡ, мәңгегә батша йорто итермен.
Аса, Дауыт кеүек үк, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды.
Сөнки, хитти Урияһҡа ҡарата булған ҡылығын һанамағанда, Дауыт ғүмеренең ахырына тиклем Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр эшләне, Раббының ҡушҡандарынан тайпылманы.
Сөләймән Уға: – Һин атайым Дауытҡа, Үҙеңдең ҡолоңа, Һиңә тоғро булғаны, ихлас күңелдән Һинең юлыңдан йөрөгәне өсөн бөйөк һәм тоғро мөхәббәтеңде күрһәттең, – тип яуап ҡайтарҙы. – Уны Үҙеңдең оло мәрхәмәтеңдән ҡалдырмай, бөгөн тәхетендә ултыртыр өсөн бер ул бирҙең.
Әммә табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителмәне. Халыҡ уларҙа ҡорбан килтереүен һәм хуш еҫ төтәтеүен дауам итте.
Амасъяһ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды. Әммә уның эштәре боронғо бабаһы Дауыттыҡы һымаҡ булманы. Ул һәр яҡтан атаһы Йоашты ҡабатланы.
Тәхеткә ултырғанда Ахазға егерме йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә ун алты йыл батшалыҡ итте. Ахаз боронғо бабаһы Дауыт батша кеүек булманы, Аллаһы Раббы күҙендә дөрөҫ булмаған ғәмәлдәр ҡылды.
Хизкияһ та боронғо бабаһы Дауыт һымаҡ уҡ, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды.
Раббы Йеһошафат менән була, сөнки ул боронғо бабаһы Дауыт башлап һалған юлдан тайпылмай, бәғелдәргә табынмай,
Хизкияһ та боронғо бабаһы Дауыт һымаҡ уҡ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла.
Был үҙгәрештәрҙе Хизкияһ бөтә Йәһүҙәлә ғәмәлгә ашыра. Ул үҙенең Аллаһы Раббы алдында яҡшы, дөрөҫ һәм тоғро ғәмәлдәр эшләй.
Тәхеткә ултырғанда Йошияһҡа һигеҙ йәш була. Ул Йәрүсәлимдә утыҙ бер йыл батшалыҡ итә.
Хатта йәш баланы – холҡонан, сафлығын һәм тоғролоғон эштәренән белеп була.
Уңға ла, һулға ла тайпылма, аяғыңды яманлыҡтан йыраҡ йөрөт.
Йәһүҙәлә Амон улы Йошияһ батшалыҡ иткән осорҙа Кушиҙың улы Сефанъяһҡа Раббы һүҙе булды. Куши – Гедалъяһтың, Гедалъяһ – Амаръяһтың, ә Амаръяһ иһә Хизкияһтың улы ине.
Ҡарағыҙ уны, Аллағыҙ Раббы нисек бойорһа, шулай эшләгеҙ, уңға ла, һулға ла тайпылмағыҙ.
Ныҡ бул, бик ҡыйыу бул. Ҡолом Муса һиңә тапшырған ҡанунды теүәл үтә. Ошо ҡанундан уңға ла, һулға ла тайпылма – шул саҡта һиңә һәр тарафта уңыш юлдаш булыр.