11 Батша ҡанун китабында яҙылғандарҙы ишеткәс, кейемдәрен йыртҡылап ташланы.
Яҡуп өҫтөндәге кейемен йыртҡылап, биленә ҡыл туҡыма ураны, улы өсөн хәсрәтләнеп бик оҙаҡ ваҡыт йәш түкте.
– Хилҡияһ ҡаһин миңә бер китап бирҙе, – тине лә был китапты батшаға уҡыны.
Был ер вайран булып, бында йәшәүселәр ләғнәткә дусар булыр, тигән һүҙҙәремде ишеткәндән һуң, күңелең йомшарҙы һәм үҙеңдең тәкәбберлегеңде йүгәнләнең, ҡайғынан кейемеңде йыртып, алдымда иланың. Шуның өсөн Мин һине ишеттем, – ти Раббы. –
Батша, ҡанун һүҙҙәрен ишеткәс, өҫтөндәге кейемдәрен йыртып ташлай.
Быларҙың барыһын да Үҙ ҡулдарым менән яратҡанмын, Һәммәһе шулай барлыҡҡа килде, – тип белдерә Раббы. – Мин баҫалҡы күңеллегә, рухы төшөнкөгә, Һүҙемдән тетрәнеп торғандарға бағам.
Бөтә был һүҙҙәрҙе ишеткәс, түрәләр, ҡурҡышып, бер-береһенә ҡарашып алдылар ҙа Барухҡа: – Беҙ быларҙы батшаға еткерергә тейешбеҙ, – тинеләр.
Төргәк китаптағы һүҙҙәрҙе ишеткән батша ла, уның ярандары ла ҡурҡманы, кейемдәрен йыртҡыламаны.
Кейемегеҙҙе түгел, Йөрәгегеҙҙе йыртығыҙ. Аллағыҙ Раббыға ҡайтығыҙ. Сөнки Ул мәрхәмәтле, рәхимле; Ул – сикһеҙ түҙемле, оло мөхәббәтле, Ул билдәләнгән ҡазаны күндермәҫкә шат булыр.
Раббы былай ти: «Йәһүҙә енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Раббы ҡанунынан ваз кисеп, Уның ҡағиҙәләрен тотмаған өсөн, Мин уларҙы язаһыҙ ҡалдырмайым. Аталары эйәргән ялған боттар Уларҙың тура юлдан аҙаштырҙы.
Йушағ кейемдәрен йыртып ырғытты һәм Раббының һандығы алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып кискә тиклем ятты. Исраил аҡһаҡалдары ла шулай эшләне, баштарына туҙан һипте.