9 Әммә халыҡ быға ҡолаҡ һалманы. Менашше уларҙы шул тиклем юлдан яҙҙырҙы, хатта Раббы Исраил халҡы алдынан юҡ иткән ҡәүемдәрҙән дә былайыраҡ золом ҡылдылар.
Яровғамдың гонаһ ҡылғаны һәм Исраил халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн, Раббы Исраилды ташлаясаҡ.
Ул Исраил батшаларының юлынан китте, Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларына эйәрҙе, хатта үҙ улын ҡорбанға килтереп, утта яндырҙы.
Ҡолдары пәйғәмбәрҙәр аша Раббы былай тип белдерҙе:
Ләкин Менашше Йәһүҙә менән Йәрүсәлим халҡын шул тиклем юлдан яҙҙыра, хатта Раббы Исраил халҡы алдынан юҡ иткән ҡәүемдәрҙән дә былайыраҡ золом ҡылалар.
Ләкин улар Алла илселәрен мыҫҡыллай, Алла һүҙҙәренә ҡолаҡ та һалмай, пәйғәмбәрҙәрен битәрләй. Раббының Үҙ халҡына асыуы төшкәнгә тиклем шулай дауам итә, ҡотолоу сараһы ҡалмай.
Әммә тора-бара улар буйһонмай башланы, Һиңә ҡаршы фетнә күтәрҙе, ҡануныңды һанға һуҡманы, Һиңә кире ҡайтырға өгөтләгән пәйғәмбәрҙәреңде үлтерҙе, Һине сикһеҙ хурланы.
Әгәр хаким ялғанға ҡолаҡ һалһа, барлыҡ ярандары намыҫһыҙ булыр.
Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ, сөнки һеҙ ҡағиҙәләремде үтәмәнегеҙ, ҡанундарымды һаҡламанығыҙ, әйләнә-тирәгеҙҙәге ҡәүемдәрҙең йолалары буйынса йәшәнегеҙ».
Әммә һин уларҙың ғына юлын ҡыуып, уларҙың ғына әшәкелектәрен ҡылып ҡалманың, был ғына һиңә аҙ тойолдо, һин уларға ҡарағанда ла аҙғыныраҡ булдың.
Әйт уға, Раббы Хаким былай ти: «Эй, үҙенең эсендә ҡан түгеп, һәләкәтен яҡынайтҡан, боттар яһап, үҙен нәжесләгән ҡала!
Әммә ул Минең ҡанун-ҡағиҙәләремә ҡаршы сыҡты, башҡа ҡәүемдәрҙән, тирә-яғындағы илдәрҙән дә былайыраҡ яуызлыҡ ҡылды, Минең ҡанундарымды кире ҡаҡты, ҡағиҙәләремде үтәмәне».
Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Һеҙ тирә-яғығыҙҙағы ҡәүемдәргә ҡарағанда ла фетнәселерәк булдығыҙ, ҡағиҙәләремде үтәмәнегеҙ, хөкөмдәремде бойомға ашырманығыҙ, хатта эргә-тирәгеҙҙәге халыҡтарҙың йолаларын да тотманығыҙ».
Һинең исемеңдән беҙҙең батшаларға һәм хакимдарға, беҙҙең ата-бабаларыбыҙға, илебеҙҙең барлыҡ халҡына мөрәжәғәт иткән ҡолдарың пәйғәмбәрҙәрҙе тыңламаныҡ.
Әфраим йәберләнгән, хөкөмдән тетрәнгән, сөнки ул юҡ-бар нәмәләр артынан эйәрергә тәүәккәлләне.
Эй Йәрүсәлим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, Алла тарафынан үҙенә ебәрелгәндәрҙе таш бәреп һәләк итеүсе Йәрүсәлим! Ҡош үҙенең ҡошсоҡтарын ҡанат аҫтына йыйған кеүек, Мин дә һинең балаларыңды нисәмә тапҡыр бергә йыйырға теләнем, ләкин һеҙ килергә теләмәнегеҙ!
Мин донъяға килеп уларға һөйләмәгән булһам, ғәйепле булмаҫтар ине, ә хәҙер ғәйептән аҡланыр саралары юҡ.
Шулай итеп, ниндәй яҡшылыҡ ҡылырға кәрәклеген белеп тә, уны эшләмәгән кеше гонаһ ҡыла.
Әммә һиңә ҡарата ризаһыҙлығым бар: үҙен пәйғәмбәр тип атап, фәхешлеккә һәм ялған илаһтарға ҡорбан ителгән ризыҡты ашарға өйрәтеп йөрөгән Изевел исемле ҡатынға Минең ҡолдарымды гонаһҡа этәреүгә юл ҡуяһың.
Халыҡ барыбер Шемуилдың әйткәндәрен тыңларға теләмәне. – Юҡ, беҙҙең өҫтән батша булһын, – тинеләр. –