26 Амонды Ғузза баҡсаһындағы үҙ зыяратына ҡуйҙылар. Уның урынына улы Йошияһ батша булды.
Тап шул мәлдә Раббының Алла бәндәһе аша әйткән һүҙҙәре бойомға ашты: ҡорбан усағы сатнаны һәм көлө ергә түгелде.
Менашше үлеп, ата-бабалары хозурына күсте һәм һарайы янындағы Ғузза баҡсаһында ерләнде. Уның урынына улы Амон батша булды.
Амондың ҡалған бөтә ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Тәхеткә ултырғанда Йошияһҡа һигеҙ йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә утыҙ бер йыл батшалыҡ итте. Әсәһе – Босҡаҫтан Ғадаяһ ҡыҙы Йедидаһ ине.
Менашшеның улы – Амон, Амондың улы – Йошияһ.
Йәһүҙәлә Амон улы Йошияһ батшалыҡ иткән осорҙа Кушиҙың улы Сефанъяһҡа Раббы һүҙе булды. Куши – Гедалъяһтың, Гедалъяһ – Амаръяһтың, ә Амаръяһ иһә Хизкияһтың улы ине.
Хизкияһ – Менашшеның, Менашше – Амондың, Амон Йошияһтың атаһы ине;