25 Амондың ҡалған бөтә ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Рехавғамдың башҡа эштәре, ул ҡылған бөтә ғәмәлдәр тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Хизкияһтың башҡа ғәмәлдәре, уның ҡаһарманлығы, быуа һәм һыу үткәргес эшләткәне, ҡалаға һыу индергәне тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Менашшеның ҡалған бөтә ғәмәлдәре, ул ҡылған гонаһтар тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Ил халҡы Амонға ҡаршы фетнә ойошторғандарҙың барыһын да ҡырып, улы Йошияһты батша итеп ҡуйҙы.
Амонды Ғузза баҡсаһындағы үҙ зыяратына ҡуйҙылар. Уның урынына улы Йошияһ батша булды.
Йеһорамдың ҡалған бөтә ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.